04.10.2011 Республика Президенты Бәләбәй сырының нисек эшләнеүе менән танышты
Бәләбәйҙәге һөт комбинаты 1932 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Бөгөн яңыртылған предприятиела 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияһы сығарыуға йүнәлтелгән комбинат бигерәк тә сырҙары менән билдәле. Киләсәктә бында сырҙың яңы төрөн етештереү күҙаллана. Илдә уникаль һаналған заманса ҡорамалдар ҡайтарылған.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов төбәккә килеп, предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Республика башлығы шулай уҡ «Автонормаль» заводына ла барҙы. Бында бер нисә ҙур инвестиция проекты бойомға ашырыла. Тормоз шлангылары өсөн материалдар етештереү цехына 100 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған, ә «КамАЗ» һәм «МАЗ» автомобилдәре өсөн болттар цехына – 70 миллион һумдан ашыуыраҡ. Бынан тыш, завод спорт-һауыҡтырыу комплексы, бассейн төҙөүгә лә аҡса бүлгән.
Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселегенә эш барышын автоматлаштырыу буйынса тәҡдимен дә еткерҙе.
Президент Надеждин ауылындағы Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәген дә ҡарап, төбәктең ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты.