27.09.2011 «Берҙәм Рәсәй»ҙең съезында 11 мең делегат ҡатнашҡан
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала «Берҙәм Рәсәй» партияһы XII съезын уҙғарҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса 600 кеше РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегенә индерелгән (исемлек 80 төбәк төркөмөнә бүленгән).
Улар араһында Башҡортостандан 18 кандидат күрһәтелгән. Исемлектә БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфө мэры Павел Качкаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары Зөһрә Рәхмәтуллина, Әнүәр Мәхмүтов, әлеге РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов, Сәлиә Мырҙабаева, Павел Крашенинников, Марсель Йосопов, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Климов, «Росатом» дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Владимир Поцяпун, БДУ-ның Сибай институты ректоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Паралимпия чемпионы Рима Баталова бар.
Әйткәндәй, съезда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев киләһе йылда уҙасаҡ РФ Президентын һайлауға Владимир Путиндың кандидатураһын тәҡдим итте.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был тәҡдимде түбәндәгесә баһаланы:
− Владимир Путин − бөгөн илдә иң танылған сәйәсмәндәрҙең береһе. Төрлө социологик һорау алыуҙар, рейтингылар ҙа быны күрһәтә. Шуға уның кандидатураһын тәҡдим итеү аңлашыла ла. Владимир Путиндың Рәсәй өсөн ауыр саҡта − 2000 йылдар башында − илдә тотороҡлоҡ урынлаштыра алыуын барыһы ла хәтерләйҙер. Шул уҡ ваҡытта Путин съезда, Рәсәйгә үҙгәрештәр кәрәк, тип билдәләне. Был төбәк башлыҡтарына өҫтәмә вәкәләттәр биреүгә, һалым системаһын камиллаштырыуға һәм идара итеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә ҡағыла.
Мәскәүҙә ил Президентының буласаҡ Рәсәй башлығы посына Владимир Путинды тәҡдим итеүенә протест белдереп, митинг ойошторолған. «Биш талап комитеты» ойошмаһы (ул бер нисә оппозиция хәрәкәтен берләштерә) баш ҡала властарынан рөхсәт алып, майҙанға сыҡҡан.
Ә был ваҡытта Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре дауам итеп, сираттағы сара Благовещен ҡалаһында үтте. Партия көнөндә БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаты Павел Рабухин граждандарҙы ҡабул итте. Ауыл хужалығы йәрминкәһе, концерт, спорт ярыштары, балалар өсөн күңел асыу саралары − барыһы ла «Берҙәм Рәсәй» байрағы аҫтында ойошторолдо. Бынан тыш, ҡаланың 12 бюджет өлкәһе хеҙмәткәре ғаиләһенә фатир асҡысы ла тантаналы рәүештә тапшырылды. Был көндә, моғайын, иң бәхетлеләре Ильина Поляна ауылынан күп балалы ғаилә булғандыр − улар, ауылды маҡсатлы үҫтереү буйынса федераль программаға ярашлы, торлаҡҡа сертификат алды.
«Берҙәм Рәсәй» көнө Благовещен арматура заводына 255 йыл тулыуға арналған байрам концерты менән тамамланды.
А. ЗИННУРОВА.