27.09.2011 Донъя яңылыҡтары
Алтын муйынсаҡҡа һалым?!
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры В. Путин байҙарҙан мөлкәт өсөн айырым һалым түләтмәксе.
Иҡтисадсылар фаразлауынса, был алкоголгә, тәмәкегә, бензинға, ювелир изделиеларына, яхталарға һәм ҡиммәтле автомобилдәргә ҡағыла.
Әлеге 13 процентлыҡ һалым донъяла иң түбәне. Ә һалым ғәҙел булырға тейеш, тигән фекерҙә Путин. Илдә етеш йәшәүселәр һаны арта, шуға ла ҡиммәтле машиналар, алтынға ла өҫтәмә акциз һалынасаҡ.
Әйткәндәй, байҙарға һалым тураһында бер Путин ғына әйтмәй, бер нисә аҙна элек был хаҡта АҡШ Президенты Барак Обама ла һөйләгәйне. Тап ошо юл иҡтисад торошон яйларға булышлыҡ итәсәк, тиҙәр.
Себер тайгаһы яна
Себерҙә меңдән ашыу гектар майҙанда урман яныуын дауам итә.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Себер федераль округындағы төбәк үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектәрҙә генә 50-гә яҡын янғын теркәлгән.
Бигерәк тә Бүрәт Республикаһында һәм Байкал аръяғында хәл насар. Бүрәтияла урман янғыны 15 урында сыҡҡан ҡотора. Уларҙы һаман туҡтата алмайҙар, ут хатта милли паркты ялмап алған. Тывала ла октябрь урталарына тиклем янғынға ҡаршы айырым тәртип индерелгән. Бында 300 гектар ерҙә урман яна.
Студенттар телеканалды баҫып алған
Грецияның төп телеканалына 50-ләп йәш кеше бәреп ингән һәм «тура эфир»ға сығарыуҙарын талап иткән.
Баҡһаң, студенттарҙан торған был төркөм илдәге юғары белем биреү тармағына ҡағылышлы реформа менән килешмәүен күрһәтеп сығыш яһамаҡсы булған. Теүәлерәк әйткәндә, йәштәр студенттар өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәрҙең ярайһы уҡ ҡыҫҡартылыуы менән риза түгел.
Был телеканалға йыш ҡына баҫып инеп торалар. Әле өс йыл элек кенә студияла яңылыҡтар барғанда бер төркөм кеше инеп, алып барыусылар эргәһендә, реформаларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, халыҡты урамға саҡырыусы плакат тотоп торған. Ул саҡта сығарылышты туҡтатырға мәжбүр булғандар.
Был юлы иһә студенттарҙы алдағандар. Йәғни, һеҙгә эфир биреләсәк, тип вәғәҙә иткәндәр һәм канал етәкселеге яңылыҡтарҙы ла сығармаған, студенттар ҙа сығыш яһай алмаған, уның урынына документаль фильм ҡуйғандар. Ә йәштәрҙе полиция алып киткән.
ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы киңәйә
Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдулла ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреү һәм урындағы власть органдарына һайланыу хоҡуғы бирҙе.
Ошо көндәрҙә унда һайлауҙар ҙа үтәсәк. «Беҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярҙамсы роль уйнауына ҡаршы. Баш имамдар менән кәңәшләшкәндән һуң, уларға Шура ултырыштарында ҡатнашыу хоҡуғы бирергә ҡарар ителде», − тигән король. Әлеге ҡарар был ил ҡатындары өсөн революцион үҙгәреш буласаҡ, сөнки уларға ошоғаса автомобиль йөрөтөү ҙә тыйылған, ир-атһыҙ сит илгә лә сыға алмайҙар.
Сәғүд Ғәрәбстанында кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүселәр был тәңгәлдә 20 йыл самаһы эш алып бара.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.