27.09.2011 Благовещен арматура заводы юбилейға әҙерләнә
Быйыл Благовещен арматура заводы үҙенең 255 йыллығын билдәләйәсәк. Заводҡа нигеҙ һалыусы һәм уны төҙөүсе Матвей Мясниковҡа һәйкәл асыу тантанаһы матур байрамға әүерелде. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Тантананан һуң Рөстәм Хәмитов 2400 кеше эшләгән заводта ҡорос ҡойоу, тимерлек-пресс, механика-йыйыу цехтарында булды, уның хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Үҙенең сығышында төбәк башлығы Благовещенды үҫтереү, эш урындары булдырыу, торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтеү пландары менән таныштырҙы.
− Һуңғы биш йыл эсендә Благовещен арматура заводына һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме бер миллиард һум булһа, быйыл ул йәнә 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм яңы һатыу баҙарҙарына ҙур ассортимент менән сығыу иҫәбенә предприятиеның керем күләме йыл аҙағына өс миллиард һум тәшкил итергә тейеш, − тип билдәләне Президент.