24.09.2011 Көньяҡ журналистары кәңәш ҡорҙо
Ошо көндәрҙә Стәрлебаш ауылында көньяҡ төбәк журналистарының ижади семинары үтте. Уның эшендә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марс Усманов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, көньяк төбәктә нәшер ителгән гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты.
Семинарҙа бөгөнгө шарттарҙа ҡала һәм район гәзиттәренең төп эш йүнәлештәре билдәләнде. Алдағы көндәргә яңы маҡсаттар билдәләнде.
Һуңынан журналистар, дүрт төркөмгә бүленеп, эштәрен секция ултырыштарында дауам итте. Рус телендә нәшер ителгән матбуғат сараларының мөхәррирҙәре һәм журналистары өсөн “Гәзиттәрҙең йөҙөн билдәләгәндә яңы технологиялар ҡулланыу” тигән тема тәҡдим ителде. Башҡорт телендә ижад итеүсе журналистар киң мәғлүмәт сараларының тел һәм стиль үҙенсәлектәрен тикшерҙе. Фотохәбәрселәрҙең үҙ-ара аралашыуы ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте.
Быйылғы семинарҙа беренсе тапҡыр редакцияларҙа эшләүсе бухгалтерҙар ҙа ҡатнашты.
Көньяҡ төбәк журналистары ижади берекмә етәксеһе итеп яңы мөҙҙәткә “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғоловты һайланы.
Тимер ҒӘЛИЕВ.
Стәрлебаш районы.