RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

24.09.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Мәскәү янындағы Дубровки ҡасабаһының йөҙгә яҡын йорто «Шереметьево» аэропортында төҙөләсәк яңы осош һыҙатының юлында ултыра, имеш.
Халыҡ был хаҡта әле генә белеп ҡалған. Власть органдарына һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, уға аныҡ яуап ала алмағандар. Шереметьевола самолет тауыштары былай ҙа норманан артыҡ, яңы һыҙат төҙөлгән хәлдә, һауа транспорты йорттарҙан бер нисә метр алыҫлыҡта ғына осоп-төшөп йөрөйәсәк.
ҡасаба халҡы, беҙҙе ҡасан, ҡайҙа күсерерҙәр, компенсация түләрҙәрме, юҡмы, тип аптырап йәшәй. Хатта һаҡланырға ла әҙерләнәләр. Ни өсөн тигәндә, төҙөлөш тураһында асыҡлап, һорашып йөрөүселәрҙең береһенең өйөндә ҡапыл ғына телефонды һүндергәндәр.

Уйландырҙы...
Силәбе өлкәһе ауылдарының береһендә әсәләр «баш күтәрә».
Ике меңләп кеше йәшәгән Шемахин ауыл биләмәһенән әрмегә көҙгө саҡырылышта бер егет тә китмәүе бар, сөнки ата-әсәләр ошонда тыуып үҫкән Руслан Айдерхановтың әрмелә үлеү сәбәбен асыҡламай тороп улдарын әрмегә ебәрмәҫкә ҡарар иткән. Әле ҡултамғалар йыйыла.
Руслан урманда аҫылынған килеш табылған. Ауылға егеттең цинк табутын ебәргәндәр, ә яҡындары уны асҡан һәм шаҡ ҡатҡан: мәйеттең теше, аяҡтары һынған, күҙе соҡолған, тәне тотош тиерлек яралы. Оборона министрлығынан, һалдатҡа ҡарата көс ҡулланылмаған, тиһәләр ҙә, ата-әсәләр башҡасараҡ фекерҙә.

Көлдөрҙө...
Бөгөн Ливия лидеры Муаммар Каддафиҙың ҡайҙалығын асыҡлау – һәммәһе өсөн дә «беренсе мәсьәлә».
Уны баш күтәреүселәр ҙә эҙләп арманһыҙ булған, донъяның барса разведка «әһелдәре» лә. Барыһына ла Муаммарҙың «өрәк» ҡушаматын алған «Мерседес»ы ғәйепле. Шуныһы ҡыҙыҡ: өс йыл элек әлеге машинаны уға Франция Президенты, ул саҡта эске эштәр министры, Николя Саркози 5,5 миллион долларға һатҡан. Нимәһе менән шәп ул автомобиль, тиерһегеҙ? «Өрәк»те эҙәрлекләп булмай – ул махсус система менән йыһазландырыл­ған, үҙе теләһә ниндәй хәбәрҙәрҙе лә ҡабул итә ала, бронялы, снаряд эләкһә лә, «ыһ» та итмәй, ти. Шуға ултырып алған Муаммар һаман еңеүенә ышана, үҙе яҡлылар менән идара итә, инструкциялар бирә икән.
Әйткәндәй, ошо машина проблемаһына «эйәреп», хәҙер Саркозиҙың Ливияға ҡағылышлы әллә ниндәй алыш-бирештәре асыла бара, асыла бара, имеш.

ҡыуандырҙы...
Ниһайәт, һалдаттарҙың бер төрлө бутҡанан ялҡҡанын ишеттеләр.
Бынан ары Рәсәй әрмеһендә егеттәрҙе тары, һоло, арпа ярмаларынан бешерелгән бутҡа менән йонсотмаясаҡтар. Мәҫәлән, арпа ярмаһын тик ашҡа һалырға ғына рөхсәт итәсәктәр. Яҡын киләсәктә һалдат тәрилкәһендә был яратмаған бутҡаларҙы дөгө, ҡарабой­ҙай алмаштырасаҡ. Илдең оборона министры үҙе шундай ҡарар ҡабул иткән. Армия ашнаҡсыларынан кем дә кем тары һәм арпа бутҡаһы бешерә, улар 15 мең һум күләмендә штраф түләй. Ризыҡ әҙерләү процесын күҙәтергә погонлы дежурҙар ҡуйыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә