20.09.2011 Өс һөйләм менән
Путин ҡытай премияһына дәғүә итә
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ҡытайҙың Конфуций исемендәге донъя премияһына күрһәтелгән.
Унан башҡа кандидаттар араһында тағы ла Германия канцлеры Ангела Меркель, БМО-ның элекке генераль секретары Кофи Аннан, билдәле ҡытай ғалим-агрономы Юань Лопин, Тибет буддизмы лидерҙарының береһе Панчен-лама, Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума, «Microsoft»ҡа нигеҙ һалыусы Билл Гейтс, Тайвань сәйәсмәне Сун Чуюй бар.
Премияны ойоштороусылар фекеренсә, юғары баһа ҡытайҙарҙың донъяуи проблемаға ҡарашын сағылдырырға тейеш.
Лауреаттар исемлеге 9 декабрҙә билдәле буласаҡ. Әйткәндәй, Конфуций премияһы былтыр ғына барлыҡҡа килгән, приз суммаһы − 100 мең юань (15 мең доллар самаһы).
Урманға – ноутбук менән
Киләһе йылда лесничийҙарға урманда оператив эштәр алып барыу өсөн спутник элемтәһе булған ноутбук биреләсәк.
Был хаҡта Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Николай Кротов белдерҙе. Әлеге яңылыҡ урман хеҙмәткәрҙәренең кабинетта ҡағыҙ тултырып ултырыуға сарыф ителгән ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. Кротов фекеренсә, эште шулай автоматлаштырыу лесничий эшен мауыҡтырғыс, күркәм һәм йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ итә.
«Әлеге мәлдә был һөнәрҙең абруйын күтәрергә кәрәк. Кадрҙар ҙа яңырырға тейеш. Йәш белгестәргә торлаҡ бүлеү хаҡында ла һөйләшеүҙәр бара, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын күтәрергә лә тырышабыҙ», − тигән Николай Кротов.
Чечен ҡатын-ҡыҙына дан йырланды
Чечен Республикаһында ҡатын-ҡыҙ көнөн өсөнсө йыл билдәләйҙәр.
Уны төбәк башлығы Рамзан ҡадиров сентябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәрергә ҡарар иткән. Был юлы ла ҡала һәм райондарҙа халыҡ байрам ойошторҙо, милли кейем кейгән ир-ат ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә, яулыҡ бүләк итте. Ә инде республика баш ҡалаһы Грозныйҙа сәйәсәттә, фәндә һәм мәҙәниәттә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән гүзәл заттар тәбрикләнде. Байрамдың тағы ла бер үҙенсәлеге: ул 25 йыл бергә ғүмер иткән ғаилә парҙарына 25-әр мең һум аҡса биреү. Әлеге дата – Чечнялағы иң йәш байрамдарҙың береһе һәм халыҡ тарихындағы бер фажиғә менән бәйле. 1819 йылда батша ғәскәре Дади-йорт ауылын яндырғандан һуң, әсир алынған ҡыҙҙар Терек йылғаһы аша сыҡҡанда һалды батыра, үҙҙәре лә, конвой ҙа һәләк була.
Сиғандар ҡыуыла
Бөйөк Британияның суд приставтары кисә илдәге легаль булмаған иң ҙур сиған таборын ҡыуыуға тотондо.
Властар әйтеүенсә, Англияның көньяғында, Дейл Фарм исемле урында 400-ҙән ашыу сиған ғаиләһе законһыҙ йәшәй. Бында ниндәй ҙә булһа төҙөлөшкә лә рөхсәт бирелмәгән, шунлыҡтан күсмә табор ҙа йәшәргә тейеш түгел, ти урындағы етәкселәр. Сиғандарҙың ҡайһы берәүҙәре киткән дә инде, ә бер төркөмө һаман ныҡышып ҡала бирә. Көс ҡулланып ҡыуһалар ҙа, был күсмә халыҡ, үҙҙәрен каруанға бәйләп, төйәкләнгән урындары өсөн аҙаҡҡаса көрәшергә ниәтләй, имеш.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.