17.09.2011 Торлаҡҡа мохтаждар яңыса асыҡланасаҡ
1 октябрҙән бөтә республика территорияһында торлаҡҡа мохтаж булған граждандарҙы иҫәпкә алыусы автоматлаштырылған мәғлүмәти система (АИС) индерелә.
Әле ул Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Өфө районының Авдон ҡасабаһында, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Баҡалы райондарында тест режимында эшләй.
Яңы система һәр ҡала һәм райондағы торлаҡҡа мохтажлыҡты асыҡлаясаҡ. Бынан тыш, ул федераль һәм республика социаль программаларын финанслау өсөн күпме аҡса кәрәклеген билдәләү мөмкинлеген дә бирәсәк. Тик күп кенә ҡала һәм райондар − Өфө ҡалаһы, Хәйбулла, Илеш, Благовещен, Шишмә райондары яғынан торлаҡҡа мохтаж булған кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тиҙләтмәү системаны мәғлүмәттәр менән тулыландырыуҙы һәм уны ныҡлап көйләп ебәреүҙе тотҡарлай. Ә бына Әбйәлил, Кушнаренко, Мишкә, Салауат райондарында бындай мәғлүмәттәр системаға бөтөнләй индерелмәгән әле.
Т. АМАНОВ.