17.09.2011 Республика көнө ғәҙәти ял көндәренә ҡушылмай
Быйыл Башҡортостанда Республика көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә, биш көнлөк эш аҙнаһында булған ғәҙәти ике ял көнөнән тыш, республика халҡы шишәмбелә, 11 октябрҙә лә эшкә сыҡмаясаҡ.
РФ Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы, дүшәмбелә, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә ағымдағы йылдың 11 октябрь ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.