17.09.2011 Хеҙмәттәштәренең ғаиләләренә ярҙам күрһәттеләр
РФ Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Татарстандағы коллегалары менән булған фажиғәне күңелдәренә яҡын ҡабул итте.
ҡаҙан менән Алабуға араһындағы автотрассалағы ҙур юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә ҡаҙан район-ара бүлегенең өлкән суд приставы Д. Нәжипова, РФ Суд приставтары хеҙмәтенең Татарстан Республикаһы буйынса идаралығы аппаратының башҡарма документтарҙы ойоштороу бүлеге начальнигы урынбаҫары К. Нарычева, уның ҡыҙы Лидия, ошо уҡ бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Л. Сабирйәнова һәләк булды.
Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы составы Татарстандағы хеҙмәттәштәренең ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн аҡса күсерҙе.