RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.09.2011 Өс һөйләм менән

БР Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында 2011 – 2015 йылдарға тәғәйенләнгән төҫлө металлургияны үҫтереү программаһы раҫланды. Уның төп маҡсаты – төҫлө металлургияның тотороҡло үҫешен һәм минераль-сеймал ресурстарҙы теүәл файҙаланыуҙы тәьмин итеү. Програм­маны тормошҡа ашырыу өсөн, дөйөм алғанда, 35 млрд һум аҡса кәрәк буласаҡ.

БР Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу буйынса берлектәге программаларҙы һәм инвестиция проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, ул Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙы һәм коммуналь инфраструктура объекттарын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү буйынса проекттарҙы финаслауға банкыларҙы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостан йорттарында 1,5 мең лифтты яңыртасаҡтар. Әлеге ваҡытта республиканың торлаҡ фондында 8 меңдән ашыу лифт файҙаланыла, шуларҙың 28 проценты бөгөнгө хәүеф­һеҙлек талаптарына яуап бирмәй. 2015 йылға тиклем республика адреслы программаһына ярашлы файҙаланыу ваҡытын тултырған лифттарҙы алмаштырыу һәм яңыртыу күҙаллана.

Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Опера-гала» концерт программаһы менән 74-се миҙгелен асты. Бөгөн балет труппаһы «Ете ҡыҙ» спектакле менән сираттағы бейеү миҙгелен башлай. Тәүге ике кис театр опера һәм балет классикаһын үҙ итеүселәргә ысын байрам бүләк итмәксе.

Республи­кабыҙҙың Йәмәғәт бе­рек­мәләренең үҙәк дәүләт архивы хеҙмәткәрҙәре «Башҡор­тос­тан Республикаһы телдәре һәм халыҡтары. Дәүләт телдәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» йыйынтығын сығарҙы. Китап «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы баҫтырылды. Архивтан хәбәр итеүҙәренсә, был өсөнсө йыйынтыҡ, тәүге икәүһе 2007 һәм 2008 йылдарҙа донъя күргән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә