RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Япондарҙың тәҡдиме ҡыҙыҡтырырлыҡ

17.09.2011 Япондарҙың тәҡдиме ҡыҙыҡтырырлыҡ

15 сентябрҙә Мәскәүҙә VII Бөтә Рәсәй - «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» форумында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Беҙҙекеләр күргәҙмә экспозицияһына автоматлаштырылған һауа мониторингы системаһын булдырыу проектын ҡуйҙы. Күргәҙмәгә килеүселәр республикабыҙҙың айырым һаҡланылған тәбиғәт биләмәләренең эшмәкәрлеге менән дә таныша алды. Бынан тыш, экспозиция сүп-сарҙы айырыу һәм эшкәртеү комплекстарын төҙөүгә бәйле мәсьәләне хәл итеү юлдары менән дә таныштырҙы.
Әйткәндәй, Мәскәү форумы башланмаҫ борон япондар беҙҙең республикала сүп-сар яндырыу­сы Mitsubishi заводын презентациялағайны. Килешеү төҙөлә ҡалған хәлдә Башҡортостанда төҙөләсәк был яңы завод Рәсәйҙә иң тәүгеләрҙән һаналасаҡ.
Япондар тәүҙә, әлбиттә, беҙҙә бындай завод төҙөү мөмкинлеген өйрәнгән һәм уның Башҡортостан өсөн бик тә отошло булыуын асыҡлаған. Ә япон предприятиеһының өҫтөнлөгө шунда: сүп-сарҙы яндырғанда атмосфераға сығарылыусы көл миҡдары – 50 – 70 процентҡа тиклем, шул уҡ ваҡытта бүленеп сығыусы диоксин кәмей, ә ҡалдыҡтар араһындағы алюмин, тимер һәм ҡорос кире тергеҙелеп, икенсел сеймал рәүешендә ҡайтанан ҡулланыла ала. Өҫтәүенә, уларса, яндырылған сүп-сар – өҫтәмә энергия сығанағы ла. Тағы ла бер файҙа: ҡалдыҡтар яныуҙан барлыҡҡа килгән шлак юл төҙөлөшөндә файҙаланыласаҡ. Завод көнөнә 240 мең тонна сүп-сарҙы эшкәртеүгә һәләтле. 34 кеше эшләгән һәм халыҡ сәләмәтлегенә хәүефһеҙ булған бындай предприятиены хатта ҡала эсендә лә йәки уға яҡын урында ла төҙөргә мөмкин.
Әлбиттә, япондар рәсәйҙәр өсөн күп яҡтан өлгө булып тора. Хатта һәр фатирҙа көн һайын йыйылған сүп-сарҙан ҡотолоу юҫығында ла. Баҡһаң, улар ташландыҡ әйберҙәрҙе, беҙҙәге кеүек, бөтәһен дә бер һауытҡа йәки тоҡсайға йыймай, ә фатирҙарында уҡ сорттарға айырып, түгә икән.
Япондар менән килешеү төҙөүгә өлгәшелһә, быға тиклем сүп-сар полигондарын таҙартыу проблемаһы хәл ителәсәк, һәм нефть, химия сәнәғәте киң йәйелдерелгән беҙҙең төбәк экологик таҙалыҡ йәһәтенән, һис юғында, отасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә