13.09.2011 Донъя яңылыҡтары
Кеше ашаусы акула тотолған
Һуңғы ваҡытта кешеләр йыш ҡына акулаларҙың ҡорбаны була. Приморьела август айында өс кешегә ошо йыртҡыс ташланғайны. Мөғжизә менән генә улар үлемдән ҡотолған.
Приморье өлкәһендә йыртҡыстарҙы тотоу маҡсатында махсус штаб ойошторолдо. 60-ҡа яҡын кеше акулаларҙы тотоу эшенә йәлеп ителгән. Ошо көндәрҙә балыҡсыларҙың ауына ике метрҙан оҙонораҡ акула эләккән. «Фортуна» балыҡ тотоу судноһы экипажы хеҙмәткәре әйтеүенсә, Находка районының Поворотный морононда тағы ла бер акула төйәкләнгән.
Ирандарҙың хыялы тормошҡа ашты
Кисә тантаналы шарттарҙа Ирандың «Бушер» АЭС-ында бер мең мегаватт ҡеүәтендәге беренсе энергия блогы сафҡа ебәрелде.
Унда РФ энергетика министры Сергей Шматко һәм «Росатом» башлығы Сергей Кириенко ҡатнашты.
Атом электр станцияһын Рәсәй белгестәре төҙөгән. Контракт суммаһы бер миллиард доллар тәшкил иткән. Эш барышын МАГАТЭ инспекторҙары, ядро технологияларын хәрби маҡсатта ҡулланыуҙы иҫкәртеү өсөн, даими контролдә тотҡан.
Иранда атом электр станцияһын 1975 йылда уҡ немец белгестәре төҙөй башлаған булған. Әммә илдәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, ҡораллы конфликттар арҡаһында төҙөлөш туҡтатылған. Тик 1995 йылда ғына Рәсәй атомсылары ярҙамында был эш ҡабаттан тергеҙелгән.
Ғәлимовты ҡотҡарып булманы
Кисә иртәнсәк «Локомотив» хоккей командаһы уйынсыһы Александр Ғәлимов дауаханала йән биргән.
Табиптар тәненең 90 проценты янған егеттең ғүмере өсөн биш көн буйы көрәште. Шулай итеп, «Як−42» самолетында һәләкәткә юлыҡҡан ҡорбандарҙың һаны 44 кешегә етте. Фажиғәлә берҙән-бер тере ҡалған кеше – бортинженер Александр Сизовтың хәле бер аҙ яҡшырған. Уны реанимациянан ябай палатаға күсергәндәр.
Сиғандарҙа – ҡоллоҡта
Инглиздәр сиғандарға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Яңыраҡ улар таборҙарҙа рейд үткәргән мәлдә 24 ир-егетте ҡотҡарған.
ҡоллоҡта булған инглиздәр, поляктар һәм румындар ауыр шарттарҙа көн иткән. 15 йылдан ашыу сиғандарҙа ҡол булған кешеләр алкоголизмдан яфалана. Уларҙың «хужалары» − дүрт ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.