11.09.2010 «Росэнергоатом концерны» йәмғиәте делегацияһы килде
Кисә Башҡортостанға «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән уның генераль директоры Сергей Обозов етәкселегендәге делегация килде. Килеүселәр араһында концерндың генераль директоры урынбаҫарҙары – корпоратив идаралыҡ буйынса директор Беслан Барганджия, капиталь төҙөлөш директоры Виктор Сучков һәм юридик департаменттың баш белгесе Александр Зюзь бар.
Индустриаль парк булдырыу ниәтендә Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөш базаһы объекттары менән танышыу, шулай уҡ атом энергетикаһы үҫеше перспективаларын тикшереү – сәфәрҙең төп маҡсаты.
Ағиҙелдә «Росэнергоатом концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестиция проекттарын әҙерләү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Башҡортостандың энергетика комплексын файҙаланыу һәм үҫтереүҙең стратегик программаларын эшләү, Ағиҙел ҡалаһында «Башҡортостан төҙөлөш материалдары» индустриаль паркын булдырыу һәм Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа республиканың төньяҡ-көнсығышында сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең потенциалын асыҡлау барышында яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе Килешеүҙең төп предметы булып торҙо.
Сергей Обозов Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты.
«Башинформ».