13.09.2011 Һайлауҙар алдынан ошо темаға – «түңәрәк өҫтәл»
«Гражданская линия» тигән төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Сәйәси реклама − намыҫлы диалогмы, әллә ҡағиҙәһеҙ уйынмы?» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үткәрә.
Һайлауҙар кампанияһы башланып торған илдә был һорау риториклығын юғалта. Ысынлап та, намыҫлы диалог алып барылған урында сәйәси рекламаға урын ҡаламы? Сәйәси партиялар вәкилдәре, әйҙәүсе сәйәси технологтар һәм медиа-эксперттар республикала һәм илдә барған сәйәси һәм башҡа процестарға бойондороҡһоҙ баһаһын бирмәксе.
Был осрашыу 15 сентябрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үтәсәк.
Р. БАЙЫШЕВА.