07.09.2011 Донъя яңылыҡтары
ҡошсолар ағыуланған
Ростов өлкәһенең «Новобатайск» ҡошсолоҡ фабрикаһында ике тиҫтәнән ашыу эшсе аммиактан ағыуланып, дауаханаға эләккән.
Был химик матдә предприятиела етештерелгән продукцияны һаҡлау өсөн ҡулланылған. Тәүҙә 21 кеше дауаханаға килтерелеп, күп тә үтмәй, 16-һын өйҙәренә ҡайтарғандар, ҡалғандарының да хәле ауыр түгел. Шулай ҙа фабрикала етди тикшереү башланған − биләмә эсендә һауанан да анализдар алынған. Хәҙер ундағы хәл-торош Рәсәйҙең баш санитар табибы Г. Онищенко күҙәтеүе аҫтында.
Һыу крандарынан... нефть аға
Грузияның Барцхан ҡасабаһында йәшәүселәргә көҙ сюрприз килтергән: инде бер нисә көн бындағы һыу торбалары эшләмәй, сөнки унан һыу урынына нефть килә.
Был күренештең сәбәбе − һыу торбаларының боҙоҡ булыуы. ҡасабаны һыу менән тәьмин итеү системаһы сафтан сыҡҡан да, торбаларға эргәлә урынлашҡан ватыҡ нефть үткәргестән нефть ағып, йорттарға «юллана» икән. Халыҡ эсәр һәм йыуыныр һыу ташып бер була. Нефть терминалынан үткәргесте төҙәтеүҙәре тураһында хәбәр итһәләр ҙә, крандан һаман нефть килә. Прокуратура «Батуми һыуы» компанияһының техник директорынан һорау ала, ә генераль директор Грузияла юҡ.
Японияны тайфун йонсота
Японияға тағы бәлә килде − утрауға «Талас» тайфуны ябырылған.
Илдең көньяҡ-көнбайышында ғәрәсәттән ҡорбан булыусылар һаны 20-нән ашҡан, ә 50-ләп кеше хәбәрһеҙ юғалған. Был күрһәткестәр, үкенескә күрә, арта бара. Тайфун тәүҙә Сикоку утрауынан үткән, хәҙер Хонсюның көньяғындағы йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Ғәрәсәттең тиҙлеге ҙур түгел, шунлыҡтан ямғырҙар оҙаҡ дауам итеп, яңынан-яңы яр, тупраҡ ишелеүенең сәбәпсеһе булыуы мөмкин, тип хәбәр итә метеорологтар. Властар 450 мең самаһы кешене эвакуациялау хәстәрен күрергә ҡушҡан.
«Талас» Рәсәйҙең Приморье крайына ла килеп етеүе мөмкин. Тайфун уҡ булмаһа ла, көслө ел-дауыл был тирәләге көн торошон бер нисә көнгә боҙасаҡ.
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.