06.09.2011 Бергәләп эш итеү ике яҡҡа ла отошло
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарук менән осрашты.
Әңгәмә барышында республика башлығы нефтселәрҙе Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
Президент «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының республиканың төп эре партнеры булыуын билдәләне, компанияның артабан да нефть сығарыу һәм эшкәртеү күләмен арттырасағына ышанысын белдерҙе.
Александр Гончарук, үҙ сиратында, осрашыуға әҙерләнгәндә хеҙмәттәшлек буйынса белешмәләрҙе ҡарауын һәм республика кимәлендәге бөтә төр һалымдар буйынса һандарҙың үҫә барыуын билдәләне.
– Бюджетҡа һалым түләү 2009 йылда – 11, 2010 йылда – 15, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығында 8 миллиард һум булған. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса ул 16 миллиард булыр тип уйлайбыҙ, – тине ул. – Йәғни беҙҙең һандар республика кимәлендәге бөтә төр һалымдар буйынса үҫә. Шәфҡәтлелек ярҙамы буйынса ла һандар үҫә, сөнки хәйриә ярҙамы беҙҙең финанс керемдәренә бәйле. ҡайтанан булдырылған һалымдар түләү системаһынан – «60/66» таможня пошлинаһынан «Башнефть» зыян күрҙе лә инде. Нигеҙҙә, эшкәртеү менән шөғөлләнгән компаниялар зыян күрә. Ә өҫтөнлөклө рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән мәшғүл булған компаниялар өсөн был файҙаға ғына. 1 октябрҙән ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ яңы таможня пошлинаһы арҡаһында юғалтылған аҡса – бер миллиард һум самаһы. Әммә беҙгә компенсация ла вәғәҙә итәләр. Ул, әлбиттә, адреслы булып, зыян күреүселәргә генә тәғәйенләнергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан етәкселегенең дә был мәсьәлә буйынса эш алып барыуын белдерҙе.
– Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Финанс министрлығы исеменә хат ебәрҙем. Республиканың фекере күҙ уңында тотоласаҡ, тигән билдәле яуап килде. Сөнки төбәк бюджетына килем билдәле кимәлдә кәмей килә. 2012 йыл буйынса һандарҙың миллиард, миллиард ярымға ла барып баҫа алыуын аңлайбыҙ. Был ҡабул итерлек хәл түгел, сөнки бюджет дефициты беҙҙә ярайһы уҡ ҙур. Киләһе йылға 13 миллиард һум самаһы аҡса планлаштырабыҙ. Шуға күрә зыянды ҡаплау буйынса бергәләп эш итәйек, – тине республика башлығы.