03.09.2011 Проекттар халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын бойомға ашырыу сиктәрендә республикала муниципаль проекттарға йәмәғәт экспертизаһы конкурсын Рәсәй төбәктәре араһында иң тәүгеләрҙән булып башлап ебәрҙе. Конкурсҡа 60 муниципалитеттан йәмғеһе 170 инвестиция проекты тәҡдим ителгән. Еңеүселәргә 2012 йылда республика бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Конкурстың тәүгеһе 26 августа Дәүләкәндә үтһә, икенсеһе августың һуңғы көнөндә Белоретта уҙғарылды һәм унда Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары, Межгорье һәм Сибай ҡалалары муниципалитеттары үҙҙәренең инвестиция проекттары менән таныштырҙы.
Муниципалитеттар тәҡдим иткән ҙур проекттар араһында Белоретта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонының икенсе сиратын йыһазландырыу, Йылайыр районындағы «Һаҡмар» тәбиғәт паркын проектлау һәм төҙөү, Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында таҙартыу ҡоролмаларын проектлау һәм төҙөү, Күмертау ҡалаһында саңғы-роллер трассаһын һәм Сибайҙа «Сулпылар» балалар баҡсаһын реконструкциялау һәм башҡалар бар. Проекттарҙың күбеһе ауылдарҙа һыу үткәргес селтәрен, күперҙәр, спорт комплекстарын проектлау һәм төҙөүгә, төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.