RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылда еңел түгел

11.09.2010 Ауылда еңел түгел

Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың интернет блогы әүҙем эшләй. Ул ауыл халҡын да, ҡаланыҡын да ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла интернет селтәрендә бирелгән һорауҙар ҙа, комментарийҙар ҙа күптәр өсөн мәғлүмәт еткерерлек. Блогта ауыл хужалығы кадрҙары, тармаҡта килеп тыуған көнүҙәк проблемалар, ауыл ерендә йәшәү һәм эшләүҙең ыңғай һәм кире яҡтары тураһында ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр бара. Бик әсе итеп яҙылғандары ла, оптимизм менән һуғарылғандары ла бихисап.
Әлбиттә, ауыл хужалығы тураһында һөйләгәндә тармаҡта етештерелгән продукцияны һатыу, артабан эшкәртеү мәсьәләләренең киҫкен тороуын күҙ уңында тоторға кәрәк. Ауыл хужалығы министрының блогында ла был проблемаға етди иғтибар бүленгән. Кемделер ауыл халҡы етештергән ит-һөттө арзанға йыйыуҙары көйөндөрһә, бәғзе берәүҙәр, баҙарҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ юғары, тип һанай.
«Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу» рубрикаһы аҫтында бирелгән бер нисә комментарийға туҡталып үтәйек:
«Беҙгә эсмәгән, уңған эшсе ҡулдар күберәк кәрәк ине, ул ваҡытта уңыш та булыр! Ә уңышты лайыҡлы хаҡҡа һатырға мөмкин».
«Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу тураһында һөйләр алдынан уны етештерергә кәрәк бит әле! Юҡһа арбаны аттың алдына ҡуйған кеүек килеп сыға. Ауылдарҙағы көтөүлектәргә ҡарағыҙ: ауыл халҡы малды былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ аҫрай башлаған. ҡайһы бер урындарҙа был күрһәткес өс тапҡырға етә. Сөнки ауылда мал аҫрау килем килтермәй. Баҙарға барып, ит-һөт һатып алыу күпкә еңелерәк. Малды күберәк оло быуын кешеләре тота. Улар шулай тәрбиәләнгән. Ә йәштәрҙең бысраҡта соҡонғоһо килмәй. Был инде тормошта ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе тураһында һөйләй».
«Ауыл хужалығы предприятиеларында мал һаны ла, уларҙың продуктивлығы ла арта. Шулай уҡ ауылда ҡалып, мал аҫрап йәшәүсе йәштәр ҙә күп».
«Халыҡ колхоздар булғанда мал да аҫраны, трактор йәки башҡа техниканы ҡулға төшөрҙө. Ә нимә – мал аҙығы, яғыулыҡ бушҡа килә бит! Колхоздар бөткәйне, техника ла тик тора, мал һаны ла кәмене».
Шулай уҡ блогта мал-тыуарҙы, ауыл хужалығы техникаһын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүленгән. Быйыл мал аҙығын күпселек осраҡта ситтән һатып алырға тура килде. Шуға ла мал аҫраусылар бесән, һаламдың артыҡ ҡиммәт булыуынан ҡурҡа. Ә был инде ауыл хужалығы продукцияһының ҡиммәтләнеүенә алып киләсәк, тигән хәүеф бар. Шулай уҡ ауыл хужалығы тармағын әүҙемерәк страховкалау, тармаҡҡа бүленгән ссудалар, субсидиялар хаҡында мәғлүмәттәр, практик кәңәштәр ҙә табырға мөмкин. ҡулланыусыларҙы күпселек осраҡта ауыл хужалығы продукцияһының сифаты, хаҡы ҡыҙыҡһындырһа, етештереүселәр­ҙең яғыулыҡ, яңы техника, субсидиялар хаҡында белгеһе килә.
Ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың блогында ошондай проблемалар ҡарала, ҡыҫҡаһы, унда йәнле һөйләшеү бара. Ул бөтә кеше өсөн дә асыҡ, теләгән һәр кем интернетта һорауын, тәҡдимдәрен ҡалдыра ала.
Блог етәкселәр халыҡ менән әүҙем аралашһын, ауыл хужалығы тармағы һөҙөмтәле эшләһен, кешеләрҙе, етәкселекте борсоған һорау­ҙар уртаға һалып хәл ителһен өсөн эшләй. Ауылдарыбыҙҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра, ниндәй­ҙер һорауҙар борсой, тәҡдимдәрегеҙ бар икән – рәхим итеп интернетҡа инегеҙ ҙә, блогта үҙ һүҙегеҙҙе әйтегеҙ. Унда инеү өсөн мәғлүмәт эҙләү сайттарында «Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры блогы» тип яҙырға ғына кәрәк.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә