RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

27.08.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
Иран Рәсәйҙе улар­ға С − 300 зенит-ракета комплекстарын һатыуҙан баш тартҡаны өсөн халыҡ-ара судҡа бирмәксе.
«Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең быға тиклем дуҫтарса булыуын иҫәпкә алғанда, Тәһран властарының был аҙымы бик аптыратты», − тиҙәр беҙҙең Сит ил эштәре министрлығында. Эш шунда: 2007 йылда уҡ ракеталарҙы һатыу тураһында килешһәләр ҙә, уны бойомға ашырып өлгөрмәйҙәр, былтыр БМО-ның Именлек Советы Иранға ҡарата бер нисә санкция индергәндә «ҡара исемлек»кә тап ошо С−300 зенит-ракеталары ла эләгә. БМО ҡарарына ҡаршы килеп булмай ҙа инде. Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Мәхмүт Реза Саджади фекеренсә, был суд, киреһенсә, Рәсәйгә файҙа килтерәсәк. Килешеү бит Именлек Советы резолюцияһынан күпкә алда төҙөлгән. Шулай ҙа ирандарҙың суд юлын һайлауы ғына аңлашылмай.

Йылмайтты...
Төрлө рейтингылар төҙөү менән билдәле «Форбс» сираттағы исемлеген тәҡдим итте.
Был юлы унда донъяның иң йо­ғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары һайлан­ған. Исемлектең башында − Гер­ма­ния канцлеры Ангела Меркель. Уның «артында» АҡШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон килә. Бразилия Президенты Дилма Руссефф − өсөнсө баҫҡыста. Тәүге бишәүгә шулай уҡ «PepsiCo» компанияһының генераль директоры Индра Нуйи менән «Facebook»-тың операциялар буйынса етәксеһе Шерил Сандберг ингән. Юҡ, бында беҙҙекеләр юҡ. «Форбс» быйыл да Рәсәйҙә донъя өсөн «текә» ҡатын-ҡыҙ тапмаған.

ҡыуандырҙы...
Киләһе йылда беҙ 118 көн ял итәсәкбеҙ.
Ил етәкселеге халыҡты шулай тип ҡыуандыра. Ғә­ҙәт­тәгесә, Яңы йыл байрамдары барыһынан да оҙайлыраҡ буласаҡ − 1− 9 ғинуар. Тағы ла йыл дауамында өсәр көнләп бер нисә тапҡыр ял итәсәкбеҙ. Был көндәр мартта, апрель – майҙа, июндә һәм ноябрҙә буласаҡ. 23 февралдә генә бер көн байрам итеү күҙаллана. Йылда 365 көн барлығын иҫәпкә алып, ял һәм байрам көндәрен бергә һанаһаҡ, ысынлап та, киләһе йылдың ял итергә яратыусыларға уңайлы булыуын күрәбеҙ.

Асыуландырҙы...
Мәскәү патруль-пост хеҙмәтенең ике хеҙмәткәре кеше талауҙа ғәйепләнә.
Тихорецк бульварының бер йорто ихатаһында старшина менән сержант бергә эсеп алғандан һуң «батырлыҡ» ҡылырға теләй. Урамда бер ирҙе туҡтатып, бәйләнә башлайҙар. Бейсбол биталары менән ярайһы туҡмағандан һуң ирҙең кеҫәһенән... бер миллион да ете мең һум аҡса табып алалар. Теге меҫкен фатирын һатҡан булған, имеш. Хәҙер инде ул асарбаҡ тип иҫәпләнә. Тиҙҙән ике полицейский ҙа тотола. Улар эшләгән бүлектә ентекле тикшереүҙәр башланған. Исемде үҙгәртеүҙән есем үҙгәрмәй, тиеүҙәре дөрөҫтөр − реформаның әлегә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәһе күренмәй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә