27.08.2011 Президенттың рейтингы күтәрелә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең төбәк лидерҙары араһындағы рейтингы күтәрелеүен дауам итә.
Был «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән ағымдағы йылдың июль айында үткәрелгән тикшереүҙәр йомғаҡтарынан күренә.
«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә Рөстәм Хәмитов Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев менән етенсе-һигеҙенсе урындарҙы бүлешә. Әгәр июндә Башҡортостан Президентының позицияһы 4,01 балл менән баһаланһа, июлдә 4,04 балға еткән.