27.08.2011 Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫтереләсәк
Башҡортостан Хөкүмәтенең 25 августағы ҡарары менән 2011 йылда Урал аръяғының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын үҫтерергә тейешле ярҙамсы программа раҫланды.
Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның социаль интеграцияһы өсөн уңайлы шарттар булдырыу программаның төп маҡсаты итеп билдәләнде. Бының өсөн эшҡыуарҙарҙың мәшғүллеге һәм үҙ-үҙен ойоштороу, иҡтисади һәм юридик яҡтан мәғлүмәтлелеген күтәреү, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына консультациялар биреү һәм уҡытыу мәсьәләләре хәл ителә. Муниципаль программаларға ярҙам итеү ҙә ҡаралған. Федераль һәм республика бюджетынан 42,4 миллион һум аҡса бизнесты башлау – «старт-ап» һәм лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау маҡсатында ҡулланыласаҡ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн кредиттар алыу мөмкинлеген Сибайҙа һәм Асҡарҙағы «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының офистары тәьмин итә. Бында эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар биреләсәк, улар ошонда уҡ микрофинанслауға ғариза бирә ала.
Сентябрҙә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты үҙ эшеңде асыу, һалым һәм дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса семинар үткәрәсәк. Ул шулай уҡ яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн октябрҙә бушлай ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курсы ойоштормаҡсы.