20.08.2011 Шәхси йорт ҡалала күберәк төҙөлә
Шәхси йорттар төҙөлөшө республикала торлаҡ өлкәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Йыл башынан Башҡортостанда дөйөм майҙаны 884,8 мең кв. метрлыҡ 9500 фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 102,7 процентҡа күберәк.
Ете айҙа ғына Башҡортостан халҡы дөйөм майҙаны 717 мең кв. метрлыҡ 6696 шәхси йорт төҙөгән. Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 81 проценты тура килә.
Статистика күрһәтеүенсә, ауыл ерендә ҡалаға ҡарағанда торлаҡ аҙыраҡ төҙөлә. Мәҫәлән, ҡалала 488,8 мең кв. метр торлаҡ йорт сафҡа индерелгән булһа, ауылдар буйынса был күрһәткес 396 мең кв. метр тәшкил итә.