20.08.2011 Беҙҙе хәҙер пуля ла алмаясаҡ
Голландия биохимиктары тәбиғи булмаған кеше тиреһен синтезлаған. Ғалимдар иҫбатлауынса, быға тиклем ер йөҙөндә бындай ҙа ныҡ кеше тиреһе бөтөнләй булмаған. Ул хатта пуляны ла үткәрмәй! Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ – ғалимдар серле тирене һөттән синтезлаған.
Тик һөт ябай түгел шул. Кеше тиреһен барлыҡҡа килтереү өсөн генетик модификацияланған кәзәләрҙе һауалар. Уларҙың һөтө ябайынан аҡһымы күп булыуы менән айырыла. Аҡһымдың күп булыуы ғалимдарға ҡоростан ун тапҡырға ныҡлыраҡ, түҙемлерәк материал үрергә мөмкинлек бирә. Был тирене организмы һәйбәт ҡабул иткән осраҡта кеше күп бәләләрҙән азат булыр ине. Пуляны ла үткәрмәгән тире беҙҙе бандиттарҙан, тәбиғәт һәләкәттәренән, аварияларҙан һаҡлаясаҡ.
Ғалимдарҙың планы буйынса, яҡын киләсәктә «ебәк һөт» кеше ҡанында булған керотинды алмаштырасаҡ. Улар кешегә пуля үткәрмәй торған тәбиғи булмаған тире өлөштәрен күсереп ултыртып ҡараған да инде. Эксперименттың тәүге өлөшө биш аҙнаға һуҙылған, һау тире «һөт»тө нормаль ҡабул иткән. Тәбиғи булмаған тире үҫешеп, тәндең башҡа өлөштәрен дә ҡаплаған.
Булмаҫ тимә. Киноларҙа ғына күргән «икс кешеләр» кеүек, беҙ ҙә тиҙҙән бер нимәгә лә бирешмәҫлек фантастик бәндәләргә әйләнербеҙ, моғайын. Әлеге «эт тиреле» тигән лаҡапты «һөт тиреле»гә алмаштырып та ҡуйырбыҙ, бәлки.