20.08.2011 Ҡаҙан күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар Башҡортостан сәнәғәт потенциалын күршеләрҙә күрһәтәсәк
7 – 9 сентябрҙә ҡаҙанда Татарстан Республикаһы Президенты, Татарстан Хөкүмәте һәм ҡаҙан ҡалаһы мэрияһы ярҙамында, шулай уҡ «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында XVIII «Нефть. Газ. Нефть химияһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе үтәсәк.
Сара Волга буйының нефть һәм химия тармағы предприятиеларына яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы тәҡдим итеүгә, күрше төбәктәрҙең фәнни потенциалын һәм иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, коллектив экспозиция ойоштороласаҡ, унда Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы күрһәтеләсәк һәм республика предприятиелары тураһында мәғлүмәт биреләсәк. ҡыҙыҡһынған ойошмалар һәм предприятиеларҙың барыһы ла унда ҡатнашырға саҡырыла.