20.08.2011 Ишембай һәм Белорет – иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Хөкүмәте башлығы Азамат Илембәтов Ишембай һәм Белорет райондарында булды.
Ишембай районында уның сәфәре быйыл февралдә барлыҡҡа килгән «Ишембай» янғын-химик станцияһынан башланды. Станция әлеге төбәктән башҡа Ауырғазы, Ғафури, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарын хеҙмәтләндерә. Йәй башында ғына бында яңы техника, янғын һүндереү ҡорамалдары алынған, тағы ла өс янғын машинаһы, трактор килтереләсәк. Ғөмүмән, тейешле махсус техника менән йыһазландырыу киләһе ике йылда тамамланасаҡ тип көтөлә.
Премьер-министр ҡолғона һәм ҡалыуайры ауылдарындағы мәғариф учреждениелары менән дә танышты. Һуңғы йылдарҙа бында тыуым ярайһы артҡан, мәктәптәрҙә лә уҡыусылар һаны күбәйәсәк.
Халыҡ менән аралашҡанда Азамат Илембәтов фермер хужалыҡтары менән дә ҡыҙыҡһынды. Ауыл кешеләре яңы һалынған юл менән ҡәнәғәт булыуҙарын еткерҙе, проблемаларға туҡталды. Мәҫәлән, телефон элемтәһе, интернет юҡ. Хөкүмәт Рәйесе был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Белорет районында тәүге туҡталыш «Әүжән урманы» дәүләт унитар предприятиеһында булды. Бындағы теплицала үҫентеләр әҙерләү тәжрибәһен республика буйынса ҡулланырға кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барылды. Азамат Илембәтов «Белорет» янғын-химик станцияһын, «Селена», «Башлеспром», «Белорет паркы» йәмғиәттәренең етештереү цехтарын ҡараны.