RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төньяҡ амурҙары

16.08.2011 Төньяҡ амурҙары

9 – 11 августа Әбйәлил районында «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» тип аталған республика конкурс-фестивале үтте
Төньяҡ амурҙары
Уны «Төньяҡ амурҙары» һәм «Өфө йәйәүле полкы» хәрби-тарихи клубтары менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән күркәм сара тураһында һөйләр алдынан тарихҡа ҡыҫҡаса экскурс яһау һис тә ҡамасауламаҫ кеүек. Сөнки хәтерҙе яңыртыу бик файҙалы нәмә. Рус шағиры П. Вяземский әйтеүенсә, ирке булмаған һәм уға өмөтләнмәгән халыҡтар ғына бер ваҡытта ла ысын-ысындан тарих менән ҡыҙыҡһынмай. Ә беҙ ирек һөйөүселәр затынан.
«Артҡа һөйрәмәй ул тарих, гел алға ҡыуа...»

Мәктәптә белем алған һәр кем Лермонтовтың «Бородино» шиғырын ятлап йөрөгәнен яҡшы иҫләйҙер: «Скажи-ка, дядя, ведь недаром...». 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында тәү тапҡыр шул шиғыр арҡылы хәбәрҙар булаһың. Кемдер, ниндәй ҙур күләмле шиғырҙы ятлаталар, тип йәне көйә-көйә, кемдер еңел генә «Бородино»ны ятлап, уҡытыусыға ишеттерә лә, шуның менән был хаҡта онота. Француздарға ҡаршы яу хаҡында белгән мәғлүмәттәрең һуңынан тарих дәресендә бер аҙ арта бирә. Һәр хәлдә, Наполеондың 1805 – 1807 йылдар­ҙағы һуғышта Австрия, Рәсәй һәм Пруссияның берләшкән көстәренән еңелгәндән һуң Көнбайыш Европа өҫтөнән тулыһынса хакимлыҡ итә башлауын, ләкин амбициоз императорҙың быға шөкөр ҡылмай, Рәсәйҙе баҫып алыу ниәте менән йәшәгәнен уҡып беләбеҙ. Әлбиттә, француздарҙың Рәсәйгә һөжүм итеү ҡурҡынысы артҡас, рус хөкүмәте лә ҡул ҡаушырып ултырмай, ғәскәр һанын арттырыу сараһын күрә: мәҫәлән, 1811 йылдың апрелендә Ырымбур хәрби губернаторы Григорий Волконскийға башҡорттарҙан ике полк һәм, Волганың уң ярында йәшәп, Ырымбур губернаторына буйһонған Ставрополь ҡалмыҡтарынан бер полк төҙөргә бойорола. Быға тиклем ике типтәр, ике Ырымбур казактары һәм ике Урал казактары полкы төҙөлгән була. 1812 йылдың 12 июнендә Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай. Рус тарихсылары Беренсе Ватан һуғышы тип атаған был һуғышта рус, украин, белорус һәм Волга буйы халыҡтары – башҡорттар, татарҙар, мишәрҙәр, типтәр­ҙәр ҙә ҡатнашып, дошманды еңеүгә ҙур өлөш индерә. Ошо хаҡта уҡығандарың да, уҡытыусынан ишеткәндәрең дә йөрәккә үтеп инмәй, бер ҡолаҡтан инһә, икенсеһенән сыға. Сөнки китаптағы юлдар тетрәндермәй, ҡоро һандар, рухһыҙ һүҙҙәр уйға һалмай. «Француздарға» ҡаршы яуға күтәрелгән халыҡтар араһында башҡорттар­ҙың да булыуы ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтелгәс, был беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡала. Күптәр 1812 йылғы ҡанлы-шанлы ваҡиғаларға ҡарашын Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» исемле дилогияһын уҡығандан һуң үҙгәртә; башҡорттарҙың Беренсе Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булып, үткәндәре менән етди ҡыҙыҡһына башлағандар ҙа бихисап. Башыңда түгел, йөрәгеңдә халҡың тарихына ҡыҙыҡһыныу осҡоно уянһа, ул тора- бара ялҡынға әүерелә икән шул.

Ил яҙмышы – ир яҙмышы

Төньяҡ амурҙары
Һуғыш башланыуы тураһындағы хәбәр ҡайһы бер төпкөл губерналарға бер нисә айҙан, хатта бер йылдан һуң ғына барып етһә лә, император Александр Бе­ренсенең манифесы башҡорттарға елдән етеҙерәк еткерелә. Рәсәйҙең үгәй балаһы рәүешендә көн күрһә лә, башҡорт халҡы оло Ватанды һаҡларға һис бер һүҙһеҙ күтәрелә. Һәр ир-егет – яугир, һәр йорт – тыл. Дәүләттән бер ярҙам булмай, һәр кем үҙенең ике аты, аҙыҡ-түлеге, кейеме, ҡоралы менән сафҡа баҫа, тиҫтәләрсә башҡорт полкы ойошторола (бынан тыш, ун ике мең башҡорт ил сиген һаҡлай бит әле!). Әҙерлектең нисек барыуы тураһында «Икенсе әрме» легендаһы һөйләй: «Бөтә ерҙә эш ҡайнаны: урманда уҡ юндылар, тимерлектә уҡ баштары өсөн тимер иреттеләр, мал һуйып, ит ыҫланылар, ҡорот әҙерләнеләр, тире иләнеләр, май яҙҙылар, көнө-төнө бейә һауып, турһыҡтарҙы үткер ҡымыҙ менән тултырҙылар, аҙыҡ-түлек, хәрби аттар һәм һуғыш кейеме хәстәрләнеләр, ҡыҫҡаһы, халыҡ поход­ҡа йыйынды...» 1812 йылда иген уңмай, шуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ хөкүмәткә меңәрләп һум аҡса, 4139 ат бүләк итә. Аты-ҡоралы булмағандар­ға ауылдаштары күмәкләп ярҙамлаша, уларҙы ла яҡшылап юлға әҙерләй. Ә бөгөн шундай уҡ фарман сыҡһа (Хоҙай һаҡлаһын, тәүбә-тәүбә!), ауылдағы һәр урам, ҡалалағы һәр подъезд һалдаттарҙы кейендереп, ашарына әҙерләп сығара алыр инеме? Быны битарафлыҡтың сәскә атҡан мәлендә, күрше-күлән бер-береһенең исемен дә белмәгән заманда күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ә ул саҡта хәллерәк кешеләр үҙ иҫәптәренә иллешәр кешене тулыһынса кейендереп, ҡоралландырып, үҙҙәре башлыҡ булып, ир-егеттәрҙе һуғыш ҡырҙарына алып киткән. Сөнки тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ бар нәмәнән өҫтөн ҡуйылған.

«Беҙ һуғыштан сыҡҡанда алдан сыҡты даныбыҙ»

Төньяҡ амурҙары
Башҡорттар илбаҫарҙарҙың пуляларына һәм йәҙрәләренә ҡаршы ҡылыс, һөңгө, суҡмар, уҡ менән сығырға мәжбүр булған. Камилыраҡ ҡоралдары ла булыр ине, әгәр 1734 йылда батша указы менән баш­ҡорттар­ға атыу ҡоралын тотоу тыйылмаһа. Һуңынан, кантон системаһы булдырылғас, тимерлектәр асырға яңынан рөхсәт бирелеүен бирелә лә бит, һуң була.
Һан буйынса ла, ҡоралланыу йәһәтенән дә ҡайтыш башҡорт атлылары үҙҙәренең ҡыйыулыҡтары, етеҙлектәре, һуғыш алымдарын белдекле ҡулланыу­ҙары менән ал­дыр­ған, француздарҙы хайран да ҡалдырған, ҡотон да алған. Мәҫәлән, йыш ҡына, ҡурҡып ҡасҡан булып, дошманды уңайлы урынға алдаштырып килтереп, кинәт кире әйләнеп уратып алғандар ҙа, уларға уҡ ямғырын яуҙырғандар. Башҡорт уғы 15 сажиндан (1 сажин 2,134 метрға тигеҙ) кешене генә түгел, атты үтәнән-үтә тишкән. Тамаҡ төбө менән ҡурҡыныс ҡысҡырып, яр һалып сабып килешләй, башҡорттар дошмандарға киҫтән менән тондорған, уларҙы ҡылыс менән тураҡлаған. Ошоғаса Европаның башҡа армияларын үҙҙәренең йәшендәй һөжүм итеүҙәре – «Наполеон рецебы» менән шаңҡытҡан француздар башҡорттарҙың тактикаһынан бер аҙға юғалып ҡалған, әсе тауыштарынан ҡурҡып, йөрәктәре үксәләренә төшкән, ҡулдары ҡалтыраған. Беҙҙең яугирҙар илбаҫарҙарға гел дә көтмәгәндә, улар уйламаған ерҙән һөжүм яһаған, тиҙ һәм берҙәм эш иткән. Телдән-телгә күскән хәтирә буйынса, башҡорттар­ҙың батырлығына, ныҡлығына һоҡланған генерал Михаил Кутузов башҡорт полкы башлығы ҡаһым түрәне саҡыртып алып, үҙенең ихтирамын белдергән: «Любезные мои башкиры, молодцы вы!» Яуҙаштары ҡаһымдан Кутузовтың ни әйткәнен белешкәс, полковник: «Кутузов беҙгә, любезники, любизар, маладис, маладис, тине», – тигән. ҡурайҙан, йырҙан айырылмаған хисле башҡорттар шунда уҡ йыр сығарған:
Беҙ һуғышҡа ингәндә
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис!
ҡайһы бер хәтирәләрҙә башҡорт атлыларының үҙенсәлекле маршына әйләнгән йыр авторҙарының береһе тип Төх­вәтулла ҡорманаев күрһәтелә. Хәҙерге Учалы районының Рәсүл ауылынан сыҡҡан яугир 14-се башҡорт полкында полк муллаһы булып хеҙмәт иткән, ҡыйыулығы менән айырылып торған, һәләтле ҡурайсы булып таныл­ған.

Көмбәҙҙәге уҡ та – һәйкәл

Төньяҡ амурҙары
Наполеондың генералы Марбо башҡорттарҙы мәргәнлектәре өсөн «төньяҡ амурҙары» тип атай һәм шул атама яугирҙарға йәбешеп ҡала (әйткәндәй, француздар башҡорт атлылары менән беренсе тапҡыр 1807 йылда, Фридланд армияһы менән яуҙа рус армияһының сигенеүен ҡаплағанда таныша, «ошоғаса күрмәгән» ҡоралдарын – уҡ-һаҙаҡтарын күреп, иҫе китә).
Мир, Смоленск, Бородино, Березина, Берлин, Лейпциг, Дрезден, Гамбург, Модлин, Данциг, Фершампенуаз, Париж һәм башҡа ҡалаларҙы, ауылдарҙы илбаҫар­ҙарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорттар дошманға ҡарата аяуһыҙ булһа ла, урындағы халыҡтарға яуызлыҡтары теймәгән. Киреһенсә булған хәлдә, Лейпцигта ҡала хөкүмәте башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыр өсөн ер бүлер инеме? Әлбиттә, юҡ. Был һәйкәлде, әйткәндәй, шунда йәшәүсе журналист, режиссер яҡташыбыҙ Насур Йөрөшбаев ҡуйҙырған. Һыбайлы һүрәте төшөрөлгән ташҡа: «Европаны азат иткәндә һәләк булған башҡорт яугирҙарына» тип яҙыл­ған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуына арналған «Сена буйҙарында ҡурай моңдары» исемле фильмды төшөргәндә, башҡорт егете архивтарҙа әллә күпме документты өйрәнә һәм көтмәгәндә Иоганн Гетеның әҫәрҙәре йыйынтығының 24-се томында дуҫы Генрих фон Требрға 1814 йылдың ғинуарында яҙған хатына юлыға. Унда шағир иптәшенә үҙе йәшәгән Веймар ҡалаһы аша тыуған иленә ҡайтып барған башҡорт яугирҙары менән осрашыуы хаҡында ентекле яҙа. ҡаланың протестант мәктәбендә башҡорттарҙың намаҙ ҡылғанына шаһит булған немец классигы һуңынан уларҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Гете менән әңгәмәнән ҡәнәғәт ҡалған яугирҙар уға иҫтәлеккә уҡ-һаҙаҡ бүләк итә.
Германияның Шварц ҡалаһында, «Изге Лауренция сиркәүҙәре» башняһы көмбәҙендә, башҡорттарҙың данлы юлын хәтерләтеп, әлегәсә башҡорт уғы тора. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1814 йылдың14 апрелендә сиркәү янында принц Карл Гюнтер уҡ-һаҙаҡтың көсөнә шик белдергәс, дүрт башҡорт йәйәнән атыу оҫталығын күрһәтмәксе була. Сиркәү башняһы көмбәҙенә атырға килешәләр. Бер яугирҙың уғы көмбәҙҙең ныҡлы көбөн тишеп ҡаҙала. Ағас уҡ серегәс, уның тимер күсермәһен эшләп, ҡайтанан көмбәҙгә ҡуялар, оригиналды музейға тапшыралар. Был да башҡорттарҙың сит ерҙә золомлоҡ ҡылмауҙарын, үҙҙәренән һуң тик ыңғай хәтирә ҡалдырыуҙарын раҫлай.

Күтәрергә ине рухты

– Ошондай данлы тарихыбыҙ булғас, беҙ ата-бабаларыбыҙ рухына тоғро ҡалырға, илгә һөйөү тәрбиәләгән сара­лар­ҙы мотлаҡ үткәрергә тейешбеҙ, – тине Баймаҡ азаматы Айбулат Байғотлин. Быйыл республикала икенсе тапҡыр ойошторолған фестиваль-конкурста осратҡан иң тәүге кеше булараҡ, уның өҫтөндәге кейеме лә, сараға мөнәсәбәте лә ҡыҙыҡһындырҙы. Ауырлығы егерме килограмдан ашыу тимер күлдәкте Айбулат үҙ ҡулдары менән эшләгән. Һис бер ҡыйынлығы юҡ, ни бары өс операция талап ителә, тип йылмайҙы ул: «Тимер сыбыҡты ҡырҡаһың, бөгәһең һәм тоташтыраһың». Әйтеүе анһат та ул, эшләүе барыбер еңелдән түгелдер.
ҡырмыҫҡалы районы вәкиле Вадим Мәхмүтов та боронғо башҡорт милли кейемендә килгәйне. Былтырғы фестивалдә «Төньяҡ амурҙары» клубы етәксеһе Илдар Шәйәх­мәтовтан эскиздар алып ҡайтҡас, уға апаһы Зилә Фазлетдинова кейем әҙерләргә ярҙамлашҡан. «Яугир юлы» тип аталған хәрби-спорт байрамында көс һынашҡан, фольклор конкурсында ҡатнаш­ҡан, башҡорт милли кейеменә, рус йәйәүле һалдат мундирына, хәрби-тарихи реконструкцияға ҡағылышлы сығыштарҙы тыңлаған егет һәм ҡыҙҙар Өфө, Шишмә, ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Бөрйән, Нуриман, Ғафури райондарынан йыйылғайны. Үкенескә күрә, күптәрҙең өҫтөндә – сәхнәлә сығыш яһар өсөн генә тегелгән бутафор кейемдәр. Ә фестивалдең төп маҡсаттарының береһе 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының кейемен реконструкциялау ине.
– Ирҙәр кейеме юғалды тиһәң дә була, – тип әсенде Илдар Шәйәхмәтов. – Буҫтауҙан тегелгән хәрби казак мундир­ҙары, осло башлы ҡолаҡсын бүрек, көләпәрә, лампаслы салбарҙар онотолған. Егеттәребеҙ хатта һыбай йөрөй белмәй, маҡтанырға ғына шәптәр. Ә бит башҡорттар атлы ғәскәре булғанға нисәмә йыл татар-монголдарға ҡаршы тора алған, Рәсәй дәүләтен үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр иткән. Ир-егеттең атҡа иғтибары бөтһә, ир бөтә, тигән һүҙ. Кейем тегеп кейеп, боронғо мундирҙар­ҙы, ҡоралдарҙы тергеҙеп, атҡа атланып, Бородиноға барып, үҙеңде күрһәтергә кәрәк ине лә бит, ҡайҙа һуң... Киләһе йылда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тула. Бар төбәктәрҙә ошо сараға әҙерлек бара, энтузиастар баталияларҙың, кейем, ҡоралдар­ҙың реконструкцияһы менән мәшғүл. Ә беҙ нимә күрһәтербеҙ? Был һуғышта ике тиҫтәнән ашыу башҡорт полкы ҡатнаш­ҡан, Парижға тәүгеләрҙән булып башҡорттар ингән, тип әйтеү менән ни, әгәр шуны байрамда күрһәтә алмаһаҡ?.. Яңыраҡ Смоленск ҡалаһында 1812 йылғы баталияларҙы реконструкциялау буйынса Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестиваль уҙҙы. Беҙ ҙә унда 1-се башҡорт атлы полкының яугирҙары сифатында ҡатнаштыҡ. Беҙҙе унда ихтирам итәләр, ҡосаҡ йәйеп ҡаршыланылар. Республикала иһә беҙгә ярҙам итеүсе юҡ тиерлек. Башҡа төбәктә булһа, күптән эскадрондар урамдарҙан йырлап үтеп йөрөр ине. Йөрәкте өйкәгән нәмәләр күп. Мәҫәлән, хәҙер республикала һуғымға тигән йылҡы күп, ә аттар юҡ! Боронғоса яһал­ған эйәрҙәр ҙә, йүгәндәр ҙә юҡ. Август аҙағында Бородиноға реконструкцияға барырға кәрәк. Беҙгә саҡ ҡына булһа ла матди ярҙам күрһәтһәләр, буҫтау һатып алып, мундирҙар, ҡолаҡсын бүректәр, ҡынйырыҡ итектәр, сәкмәндәр тегер, ҡы­лыс­тар һатып алыр, хәрби уҡ-һаҙаҡ, мушкет, тимер күлдәк, һөңгөләр әҙерләр инек... Ағастан өҙәңгеләр юныр, ҡамсылар үрер ҙә, төрлө райондарҙан йыйылып, походҡа юлланыр инек! Төньяҡ амурҙарының юлынан үтеп, башҡорттар ҡатнаш­ҡан ерҙә иҫтәлекле билдәләр ҡуйыр инек. Тик бы­лар­ҙың барыһы ла хыял ғына булып ҡала. Сөнки бер кемгә бер нәмә кәрәкмәй, арабыҙҙа рухлы башҡорт меценаттары юҡ.
Илдар Ғиндулла улының әсенеп һөйләүенә битараф ҡалырлыҡ түгел. Уны тыңлағанда нисектер ҡыйын, уңайһыҙ булып китте. Әйтерһең дә, «Төньяҡ амур­ҙары» клубында ир-егеттәрҙең аҙ булыуында ла, яуҙарҙы реконструкциялауға аҡсаһын йәлләмәгән бағыусыларҙың булмауы ла – минең шәхси ғәйеп. Фестиваль барған яланға ҡараш ташлағас, йөрәк оторо һыҙлап ҡуйҙы: байрам­ға күпселектә уҡыусы бала-саға ла, ҡатын-ҡыҙ килгән, халыҡ оҫталарының күргәҙмәһе лә юҡ. ҡайҙа тимерселәр, шорниктар, тула баҫыусылар? Ике ҡулына бер эш таба алмағандарға нишләп ошо юҫыҡта эш башлап ҡарамаҫҡа?
– Бындай фестивалдәрҙең бер нисә этапта үтеүе зарур, – тип һүҙен дауам итте «Төньяҡ амурҙары» клубы етәксеһе. – Тәүҙә мәктәптәрҙә, шунан район һабантуйҙарында, иң аҙаҡтан – республика кимәлендә. Шул саҡта әҙерлек күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Ә әлегә булғанына шөкөр итәбеҙ. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына рәхмәтлебеҙ. Сөнки үҙебеҙ генә был ҙур сараны үткәрә алмаҫ инек, ә министрлыҡта мөрәжәғәт итеү менән идеябыҙҙы күтәреп алдылар.
Шул да билдәле булһын: халҡыбыҙҙың тоғро улдарының береһе Илдар Шәйәхмәтов Марфин Брод тигән слободала (Можайскиҙан ике саҡрым алыҫлыҡта) мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйған. Унда «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы 1-се башҡорт атлы полкы яугирҙарына мәңгелек дан» тип яҙылған. Һәйкәл торған яланды башҡорттарға яуҙы реконструкциялау өсөн бүлеп биргәндәр. Берәй рухлы бай башҡорт табылып, шунда асыҡ һауа аҫтында музей ҡорһа, дан булыр ине, әйтәгүр.
«Төньяҡ амурҙары» хәрәкәтен фекер­ҙәштәр Ростовта йәшәүсе отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов, Рөстәм Исҡужин, Камил Рәхимов, Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа егеттәр башлап ебәргән (Салауаттың төньяҡ амурҙарға бағышланған беренсе тапшырыуының сығыуына быйыл августа егерме йыл тула).
– Беҙҙең маҡсат реконструкция ғына түгел, күпкә киңерәк ине, – ти Рөстәм Исҡужин, – халыҡтың рухын, кәсептәрен, йолаларын тергеҙеүҙе бурыс итеп алғайныҡ.
Беренсе Ватан һуғышында Башҡортостан яугирҙарының ҡатнашыуы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған Рөстәм Исҡужин, Геннадий Шевелев, Александр Стрелец, Әнүәр Янгуразов, Рәшиҙә Мәһәҙиева туҡһанынсы йылдар башында Бородиноға рейд менән барып ҡайта. Ошо сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡас, Рәшиҙә апайҙың мәҡәләләр циклы гәзитебеҙҙә донъя күрә, ә азаматтар башҡорт яугир­ҙарын Бородинолағы яу реконструкцияһында лайыҡлы күрһәтер өсөн төплө эш башлай. «Ватан» клубы етәксеһе Рөстәм Исҡужин Бородино яланына мулла килтереп, мәрхүмдәр рухына аят уҡыта һәм баталияны реконструкциялау­ға һабантуй­ҙарҙа һайлап алынған иң шәп ир-егеттәрҙе – батырҙарҙы, һыбайлыларҙы, ҡурайсыларҙы алып бара. «Ватан» клубының исеме бер аҙҙан үҙенән-үҙе «Төньяҡ амурҙары»на әйләнә.
– Бай тарихыбыҙ була тороп, уны һаҡламаһаҡ, үҙебеҙҙе яҡламаһаҡ, тиҙҙән бар нәмәне лә юғалтыуыбыҙ ихтимал, – тип фекере менән бүлеште Рөстәм. – Йәштәр, араҡы эсеп, тәмәке тартып, наркотиктар менән мауығып, үҙ һаулыҡтарына зыян килтергәнсе, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйғансы, клубҡа килһә, үҙҙәре өсөн дә, клуб өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә файҙалы булыр ине.

Мәргәндәр, батырҙар сыҡҡан майҙанға

Фестивалдең «конкурс» тигән әтнәкәһе булғас, һәр команда ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты, һынатмаҫҡа тырышты. Көрәштә 75 килограмға тиклем ауырлыҡта Бөрйән егете Илшат Ғазин беренселекте яуланы. Икенсе урынға Шишмәнән Рузиль Сәфәрғәлин лайыҡ булды, өсөнсөнө Әбйәлил батыры Рәзиф Шөгөров яуланы. 65 килограмға тиклемге ауырлыҡта иһә урындар түбәндәгесә бүленде: Өлфәт Шөгөров (Әбйәлил районы) – беренсе, Юлиан Губеев (Нуриман районы) – икенсе, Фирүз Фәхриев – өсөнсө. ҡырмыҫҡалы районы егете Венер Әбсәлиҡов уҡ атышта иң мәргәне тип табылды. Һөңгө ташлауҙа әбйәлилдәргә етеүсе булманы.
Яна менән Радик Усмановтарҙың турис­тик базаһында үткәрелгән фестиваль, башҡа бик күп сараларҙан айырмалы рәүештә, артыҡ шау-шыуһыҙ, эшлекле, етди барҙы. Өс көн эсендә халҡының тарихын да байҡарға, киләсәккә лә күҙ һалырға өлгөргән егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың фестивалдән тәьҫораттарға байып ҡайтыуы раҫ. Улар ярыштарҙа ҡатнашыуҙан, әңгәмәләрҙән буш ваҡыттарында һыу инде, туп типте, үҙ-ара аралашты. Әбйәлил районы үҙәгендә «Асҡар-страйк» клубын ойошторған Лидар Әхтәмов йәштәргә пейнтбол уйынын тәҡдим итте, ҡыҙы Регина барыһын да шәкәр мамығы менән һыйланы, Зифа Усманова һатҡан ҡымыҙҙы ла фестивалдә ҡатнашыу­сылар яратып эсте. Бер һүҙ менән әйткәндә, йүнселдәр йүнен күрҙе, даланлылар һәләттәрен күрһәтте, ҡунаҡтар бар нәмәне тамаша ҡылды.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә