16.08.2011 Бюджет йәнә дефицитлы
Үткән аҙнала республикабыҙ хөкүмәтендә республика өсөн иң мөһим финанс документы – киләһе йылдың бюджеты ҡаралды. Был сара беренсе тапҡыр интернет аша күрһәтелде.
Бюджетты ҡарағанда өс вариантты күҙ уңында тоталар, сөнки ваҡиғаларҙың планлаштырылғандан яҡшыраҡ та, насарыраҡ та булыуы ихтимал. Бюджетҡа йыл дауамында аҡсаның күҙалланғандан аҙыраҡ йә күберәк индерелеүе лә бар.
Әле үк шул аңлашыла – киләһе йыл бюджеты йәнә дефицитлы буласаҡ. ҡаҙнаға 113,9 миллиард һум йыйырға ниәтләйҙәр, ә инде тотонолған аҡса 128,9 миллиард һум тәшкил итәсәк. Хәҙер аҡса дөйөмләштереп медицинаға, йә булмаһа, мәғарифҡа түгел, ә аныҡ программаларға бүленәсәк. Башҡортостанда ундай программаларҙың һаны 2014 йылға тиклем 27-гә еткерелә. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 73,7 миллиард һум аҡса кәрәк. ҡаҙнаның 65,4 миллиард һумы оҙаҡ ваҡытҡа планлаштырылған биш маҡсатлы программаға бирелә. Ул программаларҙың һәр береһе тағы ла вағыраҡ йүнәлештәргә бүленә:
Граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү;
Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү;
Мәғарифты үҫтереү;
Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү;
Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү.
Бюджет проектын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай комитеттары ултырышында парламентарийҙар ҡараясаҡ. Һуңынан был документ өс тапҡыр уҡыуҙан һуң ҡабул ителәсәк.
Киләһе йылда һаулыҡ һаҡлауға 26,4 миллиард һум аҡса бүлергә ниәтләйҙәр. Был – дөйөм бюджеттың 35,9 проценты. Мәғарифҡа ла аҡса күп бүленә. Социаль өлкәгә 13,6 миллиард һум билдәләнгән. Автомобиль юлдарын үҫтереү өсөн 7 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.