RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республикала эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар һәйбәт

13.08.2011 Республикала эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар һәйбәт

«Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһы илдең 40 төбәге араһында бәләкәй һәм урта бизнес өсөн булдырылған шарттар буйынса тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, беҙҙең республика тәүге ун имен төбәк араһына ингән.
Тикшереүҙең төп маҡсаты булып эшҡыуар­ҙарҙың бизнес-климат сифатын баһалауы торған. Баһа биш күрһәткес – «Күсемһеҙ милек һәм инфраструктура», «Кеше ресурстары», «Финанс ресурстары», «Административ климат һәм хәүефһеҙлек», «Поставкалаусылар системаһы» буйынса ҡуйылған. Һорауҙарға яуапты 40 төбәктән 6 меңдән ашыу респондент биргән.
Эксперттар эшҡыуарлыҡҡа йоғонто яһаусы өс факторҙы билдәләй: төбәктәге ихтыяж шарттары, иҡтисадтың өлкә структуралары үҙенсәлеге, төбәктәге бизнес-климат. Һуңғы фактор – башлыса, төбәк властарының сәйәсәтенә бәйле булыуының, ә уның сифаты урындағы хакимиәттәрҙең йоғонтоло эшләүенең күрһәткесе.
Ә бына персонал табыу һәр төбәк өсөн дә хас һыҙат. Шулай уҡ финанслау дефициты һәм юғары тарифтарҙың бизнесты тотҡарлаусы фактор булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр бизнесҡа административ баҫымдың кәмеүен билдәләй.
Ә Башҡортостан өсөн хас үҙенсәлектәр: кеше һәм финанс ресурстарының, транспорт-логистик һәм энергетика инфраструктураһының етешмәүе. Эшҡыуарҙар төрлө программалар тураһында яҡшы хәбәрҙар.
Коррупцияға килгәндә, һорауға яуап биреүселәрҙең 56 проценты эш-хәлдәрен ришүәт аша үтәмәүен белдергән, 15 проценты ришүәтселек булыуын раҫлаған, 29 проценты яуап биреүҙән баш тартҡан (шулай булмай ни, таяҡ ике осло бит!).
Шуныһы мөһим: бизнес-климаттың төп индикаторҙары буйынса баһа беҙҙә ыңғай килеп сыҡҡан. Эшҡыуарҙар поставкалаусылар системаһының яҡшы ҡуйылыуын, күсемһеҙ милеккә һәм яңы энергетика ҡеүәттәренә еңел эйә булыу мөмкинлеген күрһәткән. Шулай уҡ һәр унынсы компанияның төбәк влас­тары тарафынан бойомға ашырылған эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаларында ҡатнашыуы, күпселек компанияларҙың бындай программаларҙан үҙенә файҙа алыуы асыҡланған.
Бындай рейтинг Рәсәйҙең миллионсы-ҡалалары араһында ла үткәрелгән. Унда Өфө бишенсе урынды алған.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә