13.08.2011 Эш хаҡыбыҙ артасаҡ, йәмәғәт
БР хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда киләһе йылда уртаса эш хаҡы 13 процентҡа артасаҡ – йәмғеһе 20894 һум тәшкил итәсәк.
Ә 2014 йылда иһә был күрһәткес 26950 һумға барып етергә тейеш.
Республикала хеҙмәт хаҡы фонды ике йылдан 396 миллиард һумдан ашыуыраҡ буласаҡ. Ә быйыл ул 269,5 миллиард һум ҡаралған.
Р. ЙӘНСУРИНА.