13.08.2011 Әшәлә поездар бәрелеште
Тимер юлы пассажирҙар, тауар ташыу тармағында иң хәүефһеҙҙәрҙән һаналһа ла, унда ла фажиғәләр булып ҡына тора: 11 августа киске сәғәт биштә Эҫем – Ерал аралығында күмер тейәп китеп барған тауар поезы юлда торған состав менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә етмешкә яҡын вагон рельстарҙан сыға. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше ғүмерҙәре лә ҡыйылған – поездың машинисы менән уның ярҙамсыһы һәләк булған. Уларҙың икеһе лә – Өфөнөкө, 35 йәшкә лә етмәгән егеттәр.
Әле фажиғә булған урында 554 кеше эшләй. Кешеләргә ярҙамға 30-ға яҡын техника берәмеге килтерелгән. Зыян күргән тимер юлына ремонт эштәрен бөгөн-иртәгә тамамларға ниәтләйҙәр ине. Әммә проблемаларҙың артыҡ күп булыуын билдәләргә кәрәк.
Тимер юлының зыян күреүе арҡаһында Өфөнән Силәбегә табан йүнәлгән поездарҙы туҡтатып торҙолар. Транзит поездар ҙа маршрутын үҙгәртергә мәжбүр булды. Поездарҙың йүнләп йөрөмәүе арҡаһында вокзалдарҙа ҡалған пассажирҙарҙы ял итеү бүлмәләренә урынлаштырғандар.
Авария арҡаһында 44 поездың хәрәкәте тотҡарланды, әллә күпме пассажир ауыр хәлдә ҡалды.