07.08.2010 Көстө көс еңә, ә матурлыҡ – бөтәһен дә
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында бер уҡыусы бала, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновты күҙ уңында тотоп, беҙҙең мәктәптә уҡытыусы булмаған бер генә уҡытыусы бар – эшләмәй, туп уйнап, һикереп, йүгереп тик йөрөй, тип әйткән. Эшләмәй, тип әйтеүе буш хәбәр, әлбиттә. Сөнки Зиннур Ғүмәр улының йәш быуынды сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, уҡыусыларының спорт өлкәһендә яулаған уңыштары башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ, хатта бер аҙ көнләштерерлек: ҡыҙҙар һәм малайҙар район спартакиадаһында, республика фестивалдәрендә, һабантуйҙарҙа даими рәүештә призлы урындар ала.
Гел балалар менән эшләгәнгәлер, ахыры, Зиннур һаманғаса эскерһеҙлеген, ихласлығын, кешеләр менән аралашыуҙа ябайлығын ташламаған. Шуға ла уның менән танышып, һөйләшеп китеүе еңел, рәхәт, күңелле. Ошо яҡты уйлы, изге йәнле кеше менән танышыу ҙа хәйриә акцияларына бәйле килеп сыҡты – Баймаҡ һылыуы Гөлйөҙөм Туйсинаға иң беренселәрҙән ул ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бар байлығым – һүрәттәрем, тип, замандың иң ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе – рак менән көрәшеүселәргә әллә күпме һүрәт бүләк итеп, улар менән интернет, телефон аша аралашып, яҡын дуҫтарына әйләнде. Әйткәндәй, рәсем төшөрөү – физкультура уҡытыусыһының яратҡан шөғөлө. Земфира һәм Ғүмәр Боҫҡоновтарҙың татыу ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән Зиннур бәләкәйҙән һынлы сәнғәткә битараф түгеллеген күрһәтә: ҡулына эләккән һәр дәфтәрҙең дә, китаптың да биттәрен ҙур тырышлыҡ менән «биҙәй». ҡайҙа буш урын күрә – шунда һүрәт эшләгән малай өсөн ҡәләм урынына күмер ҙә, аҡбур ҙа бара. Кипкән батҡаҡта таяҡ осо менән, ярҙағы ҡомда бармаҡ менән, айырылған туҙҙа сөй менән рәсем төшөрөргә оҫтарған баланың мәктәптән һуң педагогия институтының художество-графика факультетына имтихан тоторға барыуы ғәжәпләндермәй. Уның уҡырға инә алмауы ғына аптырата. Хәйер, педагогтарҙың ваҡытында һәләтте сырамыта алмауында Зиннурҙың һис бер ғәйебе юҡ. Шулай ҙа егет, маҡсатына ирешә алмағанға бошонһа ла, юғалып ҡалмай, документтарын Күмертау педагогия училищеһына, физкультура бүлегенә тапшыра.
– Был һөнәрҙе һайлағанға үкенмәйем, – ти бөгөн Зиннур Ғүмәр улы. – Башҡа эштә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәйер, ҡайҙа, кем булып эшләһәм дә, тырышыр инем. Был йәһәттән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен.
Көндәре спорт залында, спорт майҙансығында үткән Зиннурҙың кистәре һүрәт төшөрөүгә арнала. Шул арҡала дуҫтары арта, бигерәк тә балалар араһында. Кескәй дуҫтары рәсем өсөн «рәхмәт» тиһә, башы күккә тейгәндәй ҡыуана, әйтерһең дә, үҙенә миҙал тапшырғандар. Үҫеп килеүсе быуынға матурлыҡты күрә белергә, көслө булырға, сәләмәтлекте һаҡларға өйрәтеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған уҡытыусы фотоаппарат менән урман-ҡырҙарҙы гиҙергә лә ярата. Уның фотоһүрәттәрендә төп урынды ҡарҙы ярып сыҡҡан үлән-сәскәләр, япраҡҡа бөрөләнгән ағас-ҡыуаҡтар, ялдарын туҙҙырып болон буйлап сапҡан аттар биләй. Бар ижади эштәрендә лә тоғролоҡ, азатлыҡ, һөйөү темалары беренсе урынға сыға: яҙҙар килгән һайын тыуған илгә ҡайтҡан торналар, хужаларының күҙенә генә ҡарап торған эттәр, азатлыҡ менән бергә кешегә хеҙмәт итеү ҡандарына һеңгән аттар... Әллә күпме изге башланғыс-хыял менән янған ир-азамат, мәктәптәге төп эшенән тыш, ҡойо-шишмәләрҙе кәртәләй, ауылдың исем-аншлагтарын эшләй, тирмәләрҙе биҙәй. Шуның менән йәшәгәнгәлер, биҙәктәр-һындар хатта төшөнә лә йыш инә – әле эшләнмәгән, тыумағандары... Уның урынында башҡа берәү булһа, сереп үк булмаһа ла, байыр, алтын ҡулдарының рәхәтен күрер ине. Ә ул һәр башҡарылған эше өсөн алған аҡсаны спорт залының матди базаһын нығытыуға тотона, уҡыусылары Японияла етештерелгән һыҙғыртҡысты, Европала эшләнгән секундомерҙы һәм башҡа заманса спорт инвентарын күреп-белеп үҫә.
Зиннур эше менән генә түгел, ғаиләһе, тормош юлдашы менән дә уңған. Әйткәндәй, ҡатыны Гүзәлдең дә һәләттәре хаттин ашҡан. Юҡҡа ғына, минең кәләш бар яҡтан да мине уҙҙыра, тип, Зиннур һөйөклөһө менән ғорурланмай: «Гүзәл гитарала уйнай, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәй, һүрәтте минән яҡшыраҡ төшөрә. Донъябыҙҙы гөлдәй итеп көткән өлгөлө хужабикә, балаларыбыҙға яҡшы әсәй, туғандарыбыҙға ышаныслы терәк булған Гүзәлде ауыл халҡы ла ярата, ихтирам итә. Шәфҡәт туташы – һөнәренең исеме генә түгел, ә булмышы. Сөнки мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек уның ҡанында».
Үҙе тураһында һөйләргә яратмаған Зиннур урман хужалығында эшләп, тырыш хеҙмәте өсөн орден-миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән наградланған ата-әсәһе, Әбүзәр ағаһы, алдынғы киномеханик булып иҫәпләнгән Әнүәр ағаһы, заводта эшләүсе Фәниә апаһы, уҡытыусы һөнәрен һайлаған Әлмира, Фәйнә, Фәүзиә апайҙары тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Улар минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды, тип хаҡлы рәүештә яҡындары менән ғорурланған Зиннур ғаиләләренә тап төшөрмәй, лайыҡлы йәшәргә ынтыла. Ә бының килеп сығыуына инаныр өсөн яҙмыш ебенә бер генә күҙ һалыу ҙа етә – тормошо хас та ус төбөндәге кеүек.