02.08.2011 Депутат – мутлашыусы?!
Благовещен районындағы бер ауыл биләмәһе депутаты мутлыҡта ғәйепләнә. 36 йәшлек ҡатын ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе булып эшләгән.
Тикшереү буйынса шик аҫтына алыныусы, вазифаһын файҙаланып, 2010 йылдың октябрендә мал һанын арттырып яҙып, Ауыл хужалығы министрлығынан мал аҙығы өсөн субсидия биреүҙе һораған. Республика бюджетынан уға 220 мең һум аҡса бүленгән. Аҡсаны иһә рәйес үҙ кәрәк-ярағына тотонған. Әле был факт буйынса тикшереү дауам итә.
А. ЗИННУРОВА.