02.08.2011 «КамАЗ» менән бәйләнештәр нығый
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашыуында Башҡортостан менән Рәсәйҙең эре автомобиль корпорацияларының береһе араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.
«КамАЗ» менән хеҙмәттәшлек итеү республика өсөн бөтә яҡлап та мөһим. Уның предприятиелары беҙҙең территорияла эшләгәнгә генә түгел. Беҙ һеҙҙең менән республика территорияһында урынлашҡан бер нисә предприятиеға бергә хужалыҡ итәбеҙ һәм килешеп, бергә эш итергә тейешбеҙ. Һәм, минең аңлауымса, был шулай булды ла, шулай буласаҡ та. Беҙ «КамАЗ» менән үҙ пландарыбыҙҙы, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән үҫеш перспективаларын һәр ваҡыт сағыштырып торасаҡбыҙ, тип әйтә алам. Әлбиттә, яңы производстволар асыу, ауыл хужалығы, беҙҙең иҡтисад өсөн ҡорамалдар, механизмдар йыйыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәр алыу өсөн «КамАЗ»дың ҡеүәтен йәлеп итергә теләр инек», – тине республика башлығы.