02.08.2011 Праймериз дауам итә
Республикала РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар тәҡдим итеү дауам итә.
Әлегә тиклем 123 кеше үҙ кандидатураһын күрһәткән. Шуларҙың береһе – «Росатом» дәүләт корпорацияһының радиоактив ҡалдыҡтар әйләнеше буйынса предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Владимир Поцяпун. Ул тәүге праймериз буйынса Башҡортостандан депутатлыҡҡа тәҡдим ителеүҙә лидерҙар рәтендә.
Владимир Поцяпун белдереүенсә, праймериз фирҡәләштәр, партия вәкилдәре менән осрашыу мөмкинлеге бирә. Был кандидат профессиональ рәүештә илдә ядро программаһын бойомға ашырыу арҡаһында килеп тыуған эҙемтәләрҙе бөтөрөү – мөхитте, тораҡ пункттарҙы радиоактив ҡалдыҡтарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә.
Салауат ҡалаһында ла сираттағы праймериз башланды. Осрашыуҙарҙа үҙенең программаһын «Эшлекле Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин тәҡдим итә.