30.07.2011 Икмәк буласаҡ!
Республиканың 30 районы баҫыуҙарында ашлыҡ сабыу эштәре әүҙем бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 23 мең гектар майҙанда ужым арышы менән бойҙай, йәсмин сабып алынған. Ә инде алты гектарҙан ашыу майҙанда һуғылған.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса дөйөм уңыш гектарынан 22,9 центнер тәшкил итә. Ә былтыр ул бер гектарҙан 9,6 центнер булғайны. Тимәк, иркен һулап, бураларҙың иген менән тулырына өмөт итергә нигеҙ бар.