30.07.2011 Рөстәм Вилданов – тулы хоҡуҡлы вәкил
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вилдановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Вилданов Рөстәм Ильяс улы 1962 йылдың 11 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда Өфө дәүләт авиация техник институтының бүлек начальнигы, артабан «Искра» махсус конструкторҙар-технология бюроһының бүлек начальнигы булып башлай. Артабан «Когалымнефтегаз» берекмәһенең конструкторҙар-технология бүлеге начальнигы, «БРОТЭКС» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, «ЛУКОЙЛ» төркөмөнә ҡараған «ЛУКОЙЛ – УРАЛ», «ЛУКОЙЛ – Уралнефтегаз», «ЛУКОЙЛ – Башҡортостан» компанияларының генераль директоры, «Транснефть» сауҙа йорто директоры урынбаҫары, «КазТрансГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге вәкиллегендә генераль директор урынбаҫары, «АТНК-ИНВЕСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, «Евро-Азия-Ойл АГ» акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге вәкиллеге етәксеһе урынбаҫары, Мәскәүҙә «Рәсәй нефть экспорты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры, «Дельта Авто» директорҙары советы ағзаһы, 2010 йылда килешеү буйынса консультант булып эшләгән.
2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Мәскәүҙәге рәсми вәкиле булған.