RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Балалар баҡсалары булдырыуҙың яңы механизмдарын табырға кәрәк»

23.07.2011 «Балалар баҡсалары булдырыуҙың яңы механизмдарын табырға кәрәк»

Бәләкәй балалары булған һәр кешегә балалар баҡсаһы проблемаһы яҡшы таныш. Ата-әсәләр бер нисә йыл алдан уҡ, йәғни сабый тыуғас та, сиратҡа яҙыла.
Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе эшкә сыға алмай. Икенсе берәүҙәр был проблеманы бала ҡараусы яллап хәл итә. Әммә бөтәһенең дә кеҫә ҡалынлығы бындай сығымдарҙы күтәрә алмай. Әлбиттә, баланы ауылға олатай-өләсәйҙәренә ҡайтарырға була. Тик ауылдағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр менән булышҡан ололарҙың балаға ваҡыты бик тар ҡала, ул үҙ яйына ҡуйыла. Ә олатай-өләсәй оло йәштә булһа, сабый тәрбиәләү улар иңенә ауыр йөк булып ята − баланың шуҡлыҡтарын, күҙ асып йомған арала әллә ҡайҙарға барып, әллә ниндәй эштәр ҡылып килеүен күҙәтеп тә өлгөрә алмайҙар.
Бөгөнгө көнгә балалар баҡсаһына сиратта торған 70 меңләгән кешенең ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелмәгән. Һуңғы йылдарҙа демографик үҫеш баҡсаларҙа балалар өсөн урындарҙың булдырылыуы менән тап килмәүҙән дә килә был.
Был көнүҙәк проблема Хөкүмәт йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәлә ҡаралды.
«Былтыр «Башҡортостан Республи­каһында 2008−2012 йылдарға мәктәпкә тиклемге белем биреү системаһын үҫтереү» маҡсатлы программаһын 2013 йылға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Өс йыл дауамында уны финанслау өсөн 9 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл финанслау 2,5 млрд һумдан ашасаҡ, был бик ҙур сумма, − БР Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙе проблеманың мөһимлегенән башлағандан һуң аныҡ һандарға күсте. − 2013 йылға программа уңышлы башҡарылһа, 195 мең бала балалар баҡсаһына йөрөй аласаҡ. Әммә балалар һаны, беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, 315 меңгә тиклем үҫәсәк. Һәм тағы ла 100 меңдән ашыу урын дефициты барлыҡҡа киләсәк».
Президент мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләткә генә һалышып ятырға ярамағанлығы тураһында иҫкәртте, был дөйөм проблеманы хәл итеүҙә бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш, тип белдерҙе. Балалар баҡсаһы етмәүҙән ҡотолоуҙың ниндәй юлдары бар һуң?
Баҡсаларҙы автономиялы режимға күсерергә кәрәк. Был өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге бирәсәк, уңышлы миҫалдар ҙа бар (кәңәшмәлә шундай автономиялы балалар баҡсаһы директоры Светлана Никитина сығыш яһаны). Баҡса төҙөүгә ҙур һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе йәлеп итергә, төрлө вариатив формаларҙы әүҙемерәк файҙаланырға (бөгөн ни бары 7 генә шәхси баҡса бар, ә уларға балаларын йөрөтөргә теләүселәр һаны байтаҡ, шуға ла шәхси балалар баҡсаһы асырға теләүселәргә шарттар булдырырға, һалымдарҙан бушатырға), сабыйҙарын баҡсаға бирә алмаған ата-әсәләргә компенсация түләү мәсьәләһен ҡарарға (бындай тәжрибә Өфөлә (3000 һум) һәм Стәрлетамаҡта (2200 һум) тупланған), сиратҡа яҙылыуҙы электрон вариантҡа күсерергә (был бер үк кешенең бер нисә баҡсаға сиратҡа баҫыуынан ҡотҡарасаҡ һәм ысынбарлыҡта нисә кешенең балалар баҡсаһына мохтаж икәнлеге асыҡ буласаҡ) кәрәк, тип йомғаҡланы кәңәшмәне Президент.
Бер нисә йыл буйы балаларына урын көтөүсе ата-әсәләрҙең өмөттәре аҡланыр, тип ышанғы килә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә