23.07.2011 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда федераль милектә булған ерҙәрҙең бер өлөшө торлаҡ төҙөү өсөн биреләсәк. Өфөнән 100 саҡрым радиустағы ерҙәр, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм башҡа ҡалаларҙағы хәл анализланасаҡ. Быға тиклем таратылған ерҙәргә лә ревизия үткәреү кәрәк, тип белдерҙе БР Президенты Рөстәм Хәмитов.
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ҡулланыусылар йәмғиәттәре үҙәк союзы советы рәйесе Евгений Кузнецов менән осрашты. Евгений Кузнецов, Башҡортостандың ҡулланыусылар йәмғиәте (Башпотребсоюз) системала дөйөм эшмәкәрлек күләме буйынса 7-се урында тора, әммә потенциалын тулыһынса файҙаланмай, тип баһаланы. Ул Президентҡа республика өсөн өҫтөнлөклө һаналған йүнәлештәр буйынса ҡулланыусылар кооперацияларына ярҙам итеү программаһын эшләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.
Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы 157 йортта 7,7 мең кеше өсөн капиталь ремонт үткәреләсәк. Республиканың финанслауына урындағы бюджеттан аҡса менән өлөшләтә финанслаусы муниципалитеттар дәғүә итә ала. Республика бүлгән 100 миллион һумға муниципалитеттар − 42,9, йорт хужалары 7 миллион һум аҡса өҫтәргә тейеш.
Рәсәйҙә балаларҙың онкологик ауырыуҙарына ҡағылышлы һорауҙар буйынса белешмә биреүсе онлайн-үҙәк эшен башланы. Был мәғлүмәт үҙәген www.pediatriconcology.ru һәм детскаяонкология.рф. адрестары буйынса табырға була. Ошо сервис аша юғары технологиялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүсе федераль һәм төбәк үҙәктәр, яман шеш менән ауырыусыларға ярҙам итеүсе хәйриә фондтары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Башҡортостанда сентябрҙән 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе медицина тикшереүе башланасаҡ. Диспансерлау барышында уларҙы педиатр, офтальмолог, невролог, балалар хирургы, оториноларинголог, акушер-гинеколог, балалар уролог-андрологы, теш табибы, эндокринолог, ортопед-травматолог тикшерәсәк, лаборатор һәм функциональ тикшереүҙәр үткәреләсәк. Уның һөҙөмтәһендә үҫмерҙәрҙе диспансер тикшереү, күҙәтеү һәм һаулыҡтарын нығытыу ҡаралған.
Тикшереү ваҡытында Башҡортостан йылға пароходсылығы теплоходтарының етәүһендә ваҡ ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән. Әлеге көнгә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бөтә саралар ҙа күрелгән. Круизға сыҡҡан һайын тәүге көндә үк пассажирҙарға инструктаж үткәрелә, судноның төҙөлөшө, ҡотҡарыу саралары һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында тулы мәғлүмәт бирелә.
Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.