RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Егет антына тоғро ҡалып...

19.07.2011 Егет антына тоғро ҡалып...

Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында Яппаровтар затын бик уңған, сабыр холоҡло, өлгөлө иген­селәр династияһы тип беләләр. Роберт Әнфир улы – ошо данлыҡлы хеҙмәт династияһы вәкиле. Олатаһы Мирағәлим Яппаров районыбыҙҙа иң берен­селәр­ҙән бу­лып комбайнсы һөнәрен үҙ­ләштергән.
Робертты (уның атаһы Әнфир ағайҙы ауылда «белгес» тип кенә йөрөтәләр) ауылдаштар «техника ене» ҡағылған егет тип атай. Ул хәрби хеҙмәттә лә һынатманы, «Хәрби әҙерлек отличнигы» исемен яуланы.
Егеттәр ата-бабаларының васыятын тота: «Ергә йәбешеп, ялҡаулыҡты онотоп, кәкрәйгәнсе эшләгеҙ! Вәт, булырһығыҙ ысын ир!».
Ағалары ла, Роберт үҙе лә был васыятҡа тоғро булды. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы кооперативында ураҡ еңеүсеһе исемен яуланы. Егет район буйынса ла һынатманы – район башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Тормош иптәше Гөлсәсәк тә хужалыҡтың алдынғы һауынсыларының береһе. Яппаровтар мул тормошта йәшәй – ҡуралары мал, ҡош-ҡорт менән тулы, еләк-емеш тә үҫтерергә өлгөрәләр. Ғаилә еңел машиналы ла булды.
Эйе, йәшлектең ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып, эшкә бирелеп йәшәй Роберт менән Гөлсәсәк. Татыу ғаиләләрендә тәрбиәле өс ул үҫтерәләр.
Өлкән улдары Рузил Башҡорт иҡтисад-юридик техникумына уҡырға инде һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китте.
Егет Алыҫ Көнсығышта һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә уңышлы хеҙмәт итә. Хәрби әҙерлекте лә уңышлы тапшырыуы тураһында ата-әсәһе хат алды. ҡатмарлы радиоэлектроника, компьютерҙар менән оҫта идара итә һалдат. Хәрби күнекмәләр­ҙә лә һынатмаған. Ете йәшлек Руфил менән өсөнсө йәшкә киткән Рудиль дә егет антына тоғро ҡалып, ағайҙарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, моғайын.
Яппаровтар затынан 15 ир-егет армияла уңышлы хеҙмәт итеп, барыһы ла хәрби хеҙмәт отличниктары булды.
Афарин, егеттәр! Эштә лә һынатмайҙар, хәрби бурыстарын да намыҫ менән үтәйҙәр.
Ф. КАШАПОВ.
Тәтешле районы,
Аҡсәйет ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә