RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

14.09.2010 Донъя яңылыҡтары

Холера тарала
Һиндостандың Орисса штатында йәшен тиҙлегендә холера менән дизентерия тарала.
Бер кешелә холера вибрионы табылып, өс көн үтеү менән был ауырыуҙан 38 кеше һәләк булған. Ә инде бер меңдән ашыу кеше, холера йоҡтороп, дауахана­ларҙа ята. Алдан күҙаллауҙар буйынса, инфекция ауырыуҙарының ҡапыл таралып китеүенә муссон ямғырҙары ғәйепле. Быйыл Һиндостанда ғүмергә булмағанса көслө ямғырҙар яуған, шунлыҡтан һыу ташҡан.
Ә инде икенсе бер штатта холера йоҡ­тороусылар һаны 660 кешегә еткән. Әле илдең бәләгә тарыған штаттарына медицина бригадалары, дарыуҙар, дезинфекция саралары ебәрелгән. Һиндостандың көнсығыш өлөшө элек-электән бөтә донъяға холера таратыусы булараҡ билдәле. Көслө ямғырҙар төбәктең насар йоғонтоһон көсәйтеп кенә ебәргән. ҡурҡыныс сир бигерәк тә һыу аша тиҙ тарала.

Малай һаман ауыр хәлдә

Владикавказда ойошторолған теракт һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙең 17-һе һаман Мәскәү дауаханаларында ҡала.
Илдең баш ҡалаһында дауаланғандарҙың бөтәһе лә ауыр хәлдә тип әйтерлек. Улар араһында ошо терактта атаһын, ҡустыһын юғалтҡан өс кенә йәшлек малай ҙа бар, ул балалар клиник дауаханаһына килтерелгән. Әсәһе лә ауыр хәлдә реанимацияла ята.
Владикавказдың Үҙәк баҙарында шартлау 9 сентябрҙә ойошторолғайны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 160-тан ашыу кеше зыян күргән. Уларҙың йөҙгә яҡыны Владикавказда дауалана. Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләүенсә, әлегә төп көс теракттан зыян күреүселәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелергә тейеш.
Шартлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Яңы закон кемдәрҙе хәстәрләй?

Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы яңы закон проекты әҙерләй.
Уға ҡул ҡуйылған хәлдә министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре яҡын туғандарының йыллыҡ килеме тураһында отчет бирмәҫкә тейеш булып сыға. Дөрөҫөрәге, чиновниктарҙың ҡатындары, балалары килемен теләһә – күрһәтә, теләмәһә – юҡ.
Илдең Стратегик үҫеш үҙәге эксперты Владимир Южаков фекеренсә, бындай яңылыҡ чиновниктарҙың килемдәрен декларациялау буйынса ойошторолған бөтә кампанияны юҡҡа сығара. Эксперт булмаған кешегә лә яҡшы аңлашыла бит – етәкселәр закон­һыҙ рәүештә ҡулға төшөргән аҡсаһын, милкен туғандарына яҙҙырып ҡына ҡуясаҡ.
Быға тиклем дә илдә ҡыҙыҡ ҡына күренеш – юғары урын биләгән чиновниктарҙың йорт хужабикәһе булған ҡатындарының ирҙәренән дә күберәк «аҡса эшләүе» күҙәтелә ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә