RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ахун таштары ни һөйләй?

09.07.2011 Ахун таштары ни һөйләй?

− Өләсәй, кил яныма, бында таш йылыраҡ! – малай иң бейек менгирға (менгир − ергә вертикаль ҡуйылған таш бағана) устарын ҡуйып, күңелле йылмайҙы, − ә бында кемдер аҡса һалған!
− Тейә күрмә, кеше уларҙы теләктәрен бойомға ашырыр өсөн ташлай, – оло йәштәге ҡатын башындағы яулығын артҡа ҡайырып бәйләне. – Ташты нығыраҡ ҡосаҡла, һаулыҡҡа туйып ҡалырһың.
«Ахун менгирҙары» туҡталҡаһы асылған ваҡытта булды был һөйләшеү. Еңел машинала, арбала, йәйәү килгән халыҡ менгирҙарҙы ҡосаҡлап, уларға арҡалары менән терәлеп, устарын ҡуйып, бер-береһенә таштарҙың тылсымлы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне: «ҡышын таштарҙың бер яғы гел дә йылы, ә икенсе яғы − һалҡын», «Элек бында ауырға ҡала алмаған ҡатындар килә торғайны, ошо таштар ыңғай тәьҫир итә, тиҙәр ине…». Йыйылыусылар экскурсовод Лилиә Иҫәнғолованы ла иғтибар менән тыңланы: «Комплекс 1996 йылда Силәбе дәүләт университетының этнография экспедицияһы тарафынан асылған, уны Ахунда йәшәүсе Жәүҙәт Әитов күрһәткән…» Туҡталҡа асылыу уңайынан ойошторолған тантанаға килгән Закир Мөхәмәтшин дә аптырап башын сайҡаны: «Беҙ бәләкәй саҡта бында йыш уйнаныҡ, ололар, таштар аҫтында алпамыша ерләнгән, ти торғайны. Таштар ниндәйҙер тарихи, фәнни әһәмиәткә эйәлер, тип уйламаныҡ та».

Ә таштар, ысынлап та, үҙенсәлекле булып сыҡты: археологтар­ҙың әйтеүенсә, 3,5 мең йыл элек төҙөлгән, бронза быуаты башына ҡараған мегалитик ҡоролма боронғо обсерватория ул! Әлбиттә, ул телескоптар менән дә йыһазландырылмаған, боронғо обсерваторияларҙың башҡа төп инструменттары ла (мәҫәлән, ҡояш сәғәттәрен, ваҡытты үлсәү өсөн клепсидрҙар, ҡояш бейеклеген үлсәр өсөн гномондар ҙа) юҡ. Археологик ҡомартҡы тәү ҡарамаҡҡа ябай гранит таштарҙан – менгирҙарҙан тора. Туғыҙы түңәрәк буйлап урынлашҡан. Уртаһындағы ике үҙәк таш көньяҡ һәм төньяҡ йүнәлештә ҡуйылған. Күпселек менгирҙар боронғо таш оҫталары тарафынан дүрткелләп ҡырҡылған. Таштарҙан әллә ниндәй сихри йылылыҡ тоймаһам да, элек бында обсерватория булыуын, ҡанбабаларҙың ай һәм уның фазаларын, ҡояштың сығыу һәм байыу ваҡытын тикшереүҙәре, уларҙың алыҫ йондоҙҙарҙы күҙәтеүен белеү ҙә йөрәкте елкендереп ебәрҙе. Нисәмә быуат үткән, ә таштар бер нимәгә ҡарамаҫтан һаман ерҙә тора бирә...
Ахун  таштары  ни һөйләй?− Урындағы стоунхендждың бөтә йомаҡтары ла сиселеп бөтмәгән, яңы асыштар алда көтә, − ти балалар-үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм крайҙы өйрәнеү үҙәге директоры Римма Ғәлиева. – Иң мөһиме, бөгөн комплекс өйрәнелә лә, һаҡлана ла.
Римма Талха ҡыҙы юҡҡа ғына «һаҡлана» һүҙенә баҫым яһамай: былтыр октябрь аҙағында билдәһеҙ вандалдар биш менгирҙы емереп, төп менгир эргәһендә ватыҡтарынан тәре, бер аҙ ситтәрәк түңкәрелгән йондоҙ формаһында пентаграмма төҙөй.
– Был турала ишетеү менән килеп еттек, − тип был ваҡиғаны иҫләне БР-ҙың Күсемһеҙ мәҙәни ҡомарт­ҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Илшат Баҡшиев. − Археологик ҡомартҡы территорияһын тикшереп, ике менгирҙы шунда уҡ яңынан ҡорҙоҡ, ҡалған өсәүһен аҙаҡ фотографиялар буйынса тергеҙҙек.
Ахун  таштары  ни һөйләй? Әйткәндәй, боронғо обсерваториянан алыҫ түгел бронза быуаты кешеләренең ултырағы ла табыл­ған. Хәҙер обсерватория ла, ултыраҡ та туристик маршрутҡа индерелгән. Туристар өсөн туҡталҡа лапаҫ, өҫтәл, эскәмйә, биотуалеттар, усаҡ яғыу урындары менән йыһазландырылған.
«2011 − 2015 йылдарҙа Учалы ра­йо­нында туризмды үҫтереү» программаһына ярашлы, тиҙҙән «ҡалҡан күле», «Әүлиә», «Иҡсан», «Байһаҡал» туҡталҡалары ла асыласаҡ. Европа менән Азия сигендә урынлашыу, уникаль тәбиғи ресурс­тар һәм мәҙәни-тарихи ҡомартҡылар (Бахшай туҡтал­ҡаһы, ҡыҙылташ һәм Айынташ пирамидалары, Әүлиә шишмәһе һ.б.) районыбыҙҙы туризм мәккәһе итергә бөтә мөмкинлектәр аса.
Ахун  таштары  ни һөйләй?Сара ахырына яҡынлашып, артис­тар сығыш яһап бөттө, ә халыҡ һаман ағылды. Белореттан килеп еткән бер егет, бында һәр кем үҙенә кәрәкле нәмәне таба, тине: «Мин үҙем рухи йәһәттән байыр өсөн килдем». Таштарға ҡағылғанда айырата әллә нимә һиҙмәйем, тигәс, ҡунаҡтарҙың береһе мине йәлләп ҡуйҙы: «Һеҙҙең каналдарығыҙ томалан­ған». Нисек килдем, шулай «томаланған каналдар» менән кире ҡайттым. Быға ҡайғырманым, киреһенсә, Ахун халҡы өсөн ҡыуандым − өҫтәмә эш урындары һәм өҫтәмә табыш сығанағы булдырыла бит. Сара тураһында Кирәбе оҫтабикәләре Людмила Сатлы­ҡова менән Ирина Ко­ролькова теккән уйынсыҡтар ҙа бынан ары хәтерләтеп торасаҡ − улар ҙа «Ахун менгирҙары» туҡтал­ҡаһы асылыу тантанаһына айырым йәм өҫтәне.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә