RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әхмәтзәки маршрутын асайыҡ

02.07.2011 Әхмәтзәки маршрутын асайыҡ

Әхмәтзәки  маршрутын асайыҡӘхмәтзәки Вәлиди – еңел булмаған яҙмышлы шәхес – «Хәтирәләр»енең тәүге биттәрендә: «Уралда һәм Урта Азияла ХХ быуат башында булған бөйөк сәйәси хәрәкәттәрҙә ҡатнашасағым, төрөк милләтенең киң ҡатламдарының азатлыҡ өсөн көрәше менән етәкселек итәсәгем, шәреҡте өйрәнеү фәне буйынса халыҡ-ара кимәлдә һүҙ әйтәсәк шәхес буласағым тормошомдоң башланған осоронда бер нисек тә алдан күреп белерлек түгел ине», – тип яҙа үҙе тураһында. Бала сағында кем булырға хыялланғандыр, уныһы беҙгә мәғлүм түгел, әммә «Хәтирәләр»ен һәм бөйөк шәхес тураһында яҙылған яҙмаларҙы ентекләп байҡап сыҡҡандан һуң, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәйеш асылын өйрәнеү маҡсатында, барлыҡ булмышы менән һәр саҡ халыҡ араһына тартылғаны төҫмөрләнә. Атаһы Әхмәтшаһ дуҫ-иштәре, шәйех-хәҙрәттәр менән осрашыу өсөн ай ярымлыҡ сәйәхәтнамә ҡылғанда, атаһына ат ҡарауға ярҙамлашып ауылынан 200 – 300 саҡрым арауыҡтағы ерҙәргәсә сәфәргә барып ҡайта. Филология фәндәре докторы, академик Әхмәт Сөләймәновтың яҙмаларына ҡарағанда («Ағиҙел» журналы, №9, 2010 йыл) тәбиғәттән һәләтле, ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙең сәфәр-сәйәхәттәрҙә ауылдар тарихына, уларҙағы ер-һыу атамаларына иғтибар итеү менән бер рәттән, халыҡ зыялылары тарафынан һөйләнелгән риүәйәттәрҙе, дастан-әкиәт­тәр­ҙе, көнкүреш һәм кәсеп йолаларын дәфтәр биттәренә яҙа барыуы билдәле. Ошондай оҙаҡҡа һуҙылған өс сәйәхәтнамәлә ҡат­наш­ҡан зирәк, сос үҫмер атаһының ышанысын яулай. Ул 16 – 17 йәшлек улына, йөҙәр саҡрым аралыҡта урынлашҡан солоҡтарҙы, һалабаш һалыу, ағас ҡырҡыу эштәрен ышанып тапшыра. «Хәтирәләр»ҙә яҙыл­ғандарға ҡарағанда, Әхмәтзәки иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем эш менән мәшғүл була. Тәбиғәт ҡосағында булыуҙы артыҡ күрә ул. Уның йәш сағынан уҡ, халыҡ менән аралашыуға булған ынтылышын төрлөсә фаразларға мөмкин. Беренсенән, үҙе тыуып үҫкән ауыл тирәһендәге ерҙәрҙең килмешәктәр ҡулына күсеп, йәйләүҙәрҙең юҡҡа сыға барыуы уны саф тау-урман башҡорттары араһына әйҙәй (шул буш ятҡан матур тәбиғәтле ерҙәр­ҙе нисек тә сит-ят әтрәгәләмдәргә бирмәүгә булған ынтылышта, ҡолғона, Ялтыран, Кесе һәм Оло Кәбәс, ҡалғаһау, Ғәлиәкбәр, Алағуян ауылдары ир-егеттәре менән үҙ ерҙәрендә аҫабалыҡтарын юғалтмай, хужа булып йәшәүҙәренә йүнәлеш биреү йәһәтенән уртаҡ тел таба белеп, уларҙы әйҙәп, юлбашсы булып формалашыуы ла бала һәм үҫмер сағында уҡ тойомлана башлай) Әхмәтзәки Вәлиди үҙ ауылы тарихын, үҙҙәренең сығышын өйрәнгәндән һуң, яҡын-тирәләге Әрмет, Төкөн, Йәнырыҫ, Үтәк, Туғай ауылдарында йәшәүсе ҡәүемдәрҙең дә этногенезына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә өйрәнеп, был ауылдарҙың этник составының сыбарлана барыуына йәне көйгәндер һәм башҡорт халҡының иң сафы – бөрйәндәр менән ҡатнашып йәшәүҙе хуп күргәндәр. Минеңсә, буласаҡ оло шәхестең Алағуян ауылы егете Ибраһим ҡасҡынбай менән дуҫлашыуы ла осраҡлы хәл түгел. Сөнки беҙ, ошо тирәлә йәшәүселәр булараҡ, Ибраһимдың да ата-бабалары малсылыҡ, ҡортсолоҡ-солоҡсолоҡ, урмансылыҡ эштәре менән мәшғүл булыуын яҡшы беләбеҙ. «Хәтирәләр»ҙә лә уларҙың йәйләүҙәре Мәсем һәм Аҡбейек тауы теҙмәләрендә (Алағуян ауылы ерҙәре) булыуы телгә алына. «Ерҙәребеҙ һәм көтөүлектәребеҙ рус хөкүмәте тарафынан ҡаҙнаға тартып алынғанлыҡтан, беҙҙекеләр йәйләү тормошон күптән ташлағайны», – тип хәтергә ала ул «Хә­тирәләр»ендә. Ундағы яҙмаларҙан күренеүенсә, ауылдарынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта, ҡарлы бүлек ыҙмаһындағы йөҙ баштан артыҡ умарталарҙы апрель аҙаҡтарында, атаһына ярҙамлашып ҡарашҡандан һуң, май айында ул ҡустыһы Нурмөхәмәт, Ибраһим һәм башҡа дуҫтары менән бергә, йөҙ саҡрым аралыҡтағы, төрлө ерҙәрҙә урынлашҡан солоҡтар­ҙы күстәр урынлашырлыҡ итеп әҙерләү менән мәшғүл булған.
Бөйөк шәхесебеҙ башҡарған эштәрҙе ваҡытында үҙем дә башҡарғас, ул йөрөгән ерҙәрҙе биш бармағым кеүек үк яҡшы белгәс, уның ваҡыт менән иҫәпләшмәй көндө төнгә ялғап эшләүенә ышанам. Ул бер үк ваҡытта солоҡтарын тәрбиәләп тә, ҡаҙна урманынан бирелгән Айғырүлгәндәге йүкәләрҙең ҡабығын аҡтарып алып, ағын батырып та «Биләм ҡарау» осоронда солоҡтарға ҡорт ҡуныу-ҡунмау процесында ҡарап сығырға өлгөрә. «Беҙҙең милкебеҙ иҫәпләнгән солоҡ ағастары тауҙарҙа йәки үҙәндә булғанлыҡтан, көнөнә һыбай килеш иң күбе утыҙ-ҡырҡ саҡрым юл үтеп, ун-ун биш солоҡто ҡарап сығырға өлгөрә инек», – тип хәтергә ала ул.
Үҫмер сағынан үк әйҙәүселек һәләте, кешеләр менән уртаҡ тел табып эш итә белеүе, миҙгелле эште, һалабаш һалыуҙы уға тиҙ арала башҡарып сығыуға мөмкинлек тыуҙырғандыр.
Миңә Вәлиди солоҡсолоҡ менән мәшғүл булған юлдарҙан үтергә тура килде. Йөҙ саҡрымдарҙағы маршрут юлы түбәндәгесә.
Көҙән – 8 км, Иҫкесәк – 20 км, Ямаш (Рословка) – 6 км, Балтайорт – 12 км, Айғырүлгән (Фәрәй утары) – 6 км, Үрек Ыраҫай – 4 км, ҡалғаһау – 16 км, Ғәлиәкбәр –12 км, ҡарағасйорт – 8 км, Әлешйорт – 10 км, Алағуян – һәммәһе 102 саҡрым, Һалабаш һалыу эше менән мәшғүл булғанында дуҫтары Хаммат Байғазин, Зиннәт Бикбаев, Абдрахман ҡаһарманов, Ибраһим ҡасҡынбай, ҡустыһы Нурмөхәмәт менән буласаҡ йәйләүе Үрек Ыраҫайҙа ҡуна ятып эшләүҙәренә инанам. Сөнки һалабаш һалыу эшен күмәк көс менән тиҙ арала атҡарып сыҡмаһаң, йәғни ҡуптара һалғас та һыуға батырмаһаң, һалабаш биреү кимәле кәмей. Күреүегеҙсә, Үрек Ыраҫай Айғырүлгәндән 6 саҡрым арауыҡта. Һалабашты ваҡытында Үрек йылғаһына батырыу өсөн кәмендә арбалы 3 – 4 ат кәрәк булған. Йәйләр өсөн урынды ла һайлай белгән ул. Был урын Зәки Вәлиди маршрутында уртансылыҡта. Ябылған солоҡтарҙы ҡарап сығыр өсөн бик тә уңайлы урын. Бер көн Үрек йылғаһы буйҙарындағын ҡарап сыҡһаң, икенсе көндө Буйлау, ҡалғаһау, Оло Кәбәс яҡтарындағын, өсөнсө көн Арғы үшә, Кәмбрәк башындағыларын һ. б. ҡарап сығаһың. Ә Әлеш һәм ҡарағасйорт тирәһендәген ҡуна ятып, йә Алағуян ауылынан да килеп ҡарап була. Зәки Вәлиди ғүмере буйына ситтә йәшәгәнендә, үҫмер сағында башҡарған эштәрен ғаиләһенә һағынып һөйләй торған булған, ахырыһы. Юғиһә 2005 йылдың йәйендә Иҫәнбикә Туған, атаһының аяҡ-ҡул эҙҙәрен һаҡлаған, уның исемендәге солоҡто күрергә махсус рәүештә Бөрйәнгә – Әлешйорт йәйләүенә килмәҫ ине. Ул бер ыңғай сәйәхәтендә атаһы эҙенән Ғәлиәкбәр ауылына ла килеп етеп, мәктәп балалары менән осраша. Ошо осрашыуҙа көтөлмәгән яңылыҡтар асыла. Ауылдың данлыҡлы ҡортсоһо, 68 йәшлек Миңләхмәт Хаммат улы Байғазин, Иҫәнбикәнең атаһының эҙҙәрен һаҡлаған Ағасаяҡ, Кәрим, Эркәтәүҙе килтереп күрһәтә. Хаммат Әхмәтзәкигә ҡорҙаш булараҡ, Ибраһим ҡасҡынбай кеүек үк дуҫ та, серҙәш тә булғандыр. Ул Зәки Вәлидиҙе хәтергә төшөргәндә: «Ул әҙер солоҡтарҙы таҙартып, балауыҙ ҡуйып ябып йөрөү менән бер рәттән, йәштәрҙең киләсәген ҡайғыртып йыуаныраҡ ҡарағайҙарҙың баштарын осороп йөрөй торғайны», – тип һөйләй торған булған. «Бабайҙарым Зиннәт тә, Хаммат та Әхмәтзәки тиңдәштәренең ҡомарлы ҡурайсы, дыуамалыраҡ та кеше булыуын телгә алалар ине», – тип хәтерләй Әҡсән Байморатов. Улар һөйләп ҡалдырыуынса, Зәки Үрек йылғаһы буйындағы тау битләүендә бер ҡарағайҙың башын осорғандан һуң, ҡурайын тотоп ағасҡа тағы ла үрмәләп менеп, аяҡтарын йәтешләп ботаҡҡа терәп, осона ултырып өҙҙөрөп уйнап ебәргән. Уның дыуамалланып, бейек ағас башында уйнауы, киләсәктә йәштәрҙе ҡурай моңон онотмаҫҡа әйҙәү булғандыр. Юғиһә, ул бит «Хәтирәләр»ендә ҡолғона, Кесе һәм Оло Кәбәс ауылдары халҡы араһында, рәтләп ҡурай уйнай белгән бер генә башҡортто ла таба алманым, тип әсенеп яҙа.
Белеүебеҙсә, Әхмәтзәки Вәлиди Туған – ауылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫеп, башҡорттоң милләт булараҡ данын донъя кимәленә күтәреүсе ғалим, башҡорт йөмһүриәтен төҙөгән беренсе юлбашсы. Европа һәм Азияның байтаҡ университетының ихтирамлы докторы, Истанбул, Бонн, Геттинген университеттары профессоры, Иран Мәғариф министрлығының беренсе дәрәжә алтын миҙалын яулаған шәхес. Башҡорт, татар, төрөк, рус телдәре менән бер рәттән фарсы, ғәрәп, сығатай һәм башҡа Көнсығыш телдәрен яҡшы белгән. Бөйөк шәхесебеҙ шундай дәрәжәләр яулағандан һуң да, тыйнаҡ, ябай булып ҡала. Тормош юлдашы Нәзмиә ханым: «Хәҙер ауылыңа ҡайтһаң, нимә эшләр инең?» – тигәс, «Балалар уҡытыр инем», – тип яуаплай. Эйе, әгәр ҙә ул тыуған тупрағына 55 – 60 йәштәрендә ҡайтып төшһә, һис шикһеҙ, күрһәтелгән маршрутты йәйәүләп үтеп, солоҡтарын берәмләп ҡарап сығыр ине... Тик, үкенескә күрә, вафатынан һуң утыҙ йыл үткәс ҡайтты үҙенең тыуып үҫкән иленә. Бөгөн Зәки Вәлидигә ҡарата булған ҡараш Даян Мурзиндыҡына оҡшаш. Даян Мурзинға Чехословакияла оло хөрмәт күрһәтелә, Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға – Төркиәлә. Анкараның Кечиорен районындағы паркка Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исеме бирелгән. 2010 йыл ғалимдың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ТӨРКСОЙ тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан ителде, төрлө илдәрҙә ошоға ярашлы сара-конференциялар уҙғарылды. Бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында беҙҙә лә әҙ эш башҡарылманы ла баһа, тип әйтеүселәр табылыр, әлбиттә. Эйе, был тәңгәлдә боҙ әкренләп ҡуҙғалыр һымаҡ тойола. Өфөләге милли китапхана, элекке Фрунзе урамы Зәки Вәлиди исемен йөрөтә, тыуған ауылы Көҙәндә музей асылды, Башҡорт халҡының тарихи ауылы Темәстә һәйкәл ҡуйылды, Санкт-Петербургта ла башҡорт халҡының бөйөк улы иҫтәлегенә таш һын ҡуйылыуы, әлбиттә, күңелдәрҙә уның менән ғорурланыу тойғолары уята. Әммә төрлө яҡлап уйлап ҡарағанда, бындай ғына хөрмәтләүҙәр әҙ һымаҡ. Сөнки Салауат Юлаев башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙы ирек яулауға әйҙәүсе булһа, Әхмәтзәки Вәлиди Туған – бер ни тиклем иркенән мәхрүм булып, халҡына ирек яулаусы шәхес. Ул юғарыла күрһәтелгән илдәрҙә ғалим булып танылыу яулаһа, беҙҙең халыҡ өсөн күренекле ғалим да, юлбашсы ла, тимәк, талантлы йәштәребеҙ ғилми хеҙмәттә уның кеүек үк арымай-талмай эшләһен өсөн Туған исемендәге дәртләндереү премияһы булдырырға кәрәк. Юғиһә республика кимәлендә әллә нисә төрлө премия булһа ла, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайһы премияға тәҡдим итергә белмәй яфаланабыҙ. Икенсенән, уның атаһы ла, үҙе лә Бөрйән, урман башҡорттарын яратып ҡатышып йәшәгән. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Бөрйән районы эске туризмды үҫтереп, иҡтисади яҡтан үҫешһен өсөн, уларға шул эште йәнләндереүгә ярҙам итеү маҡсатында, Зәки Вәлиди маршрутында ике яҡлы туристик поход ойошторорға кәрәк. Йәғни:
Көҙән – Иҫкесәк – Ямаш (Рословка) – Балтайорт – Айғырүлгән – Үрек Ыраҫай – ҡалғаһау – Ғәлиәкбәр – ҡарағасйорт – Әлешйорт – Алағуян. (100 саҡрым)
Икенсе варианты:
Үрек Ыраҫай – 4 км, ҡалғаһау – 15 км, Үрге Нөгөш – 18 км, Ғәҙелгәрәй – 10 км, Шүлгән мәмерйәһе.
Туризмды был маршрутта үҫтереү өсөн Вәлидиҙең йәйләүе – Үрек Ыраҫайҙа музей асыу мөһим. Эргә-тирәһендәге ябылмай, ремонтланмай торған солоҡтарҙа, ҡортсолоҡто тергеҙеү менән бер рәттән, 40 – 50 баш йылҡы аҫрауҙы ла ойошторорға кәрәктер. Сөнки Үрек Ыраҫайҙан Шүлгән мәмерйәһенә тиклем туристар 45 – 50 саҡрым араны һыбай, йә арбала үтһә, улар бөйөк шәхесебеҙҙең әрһеҙ ҙә, атта йөрөү оҫталығына эйә булыуына ла инаныр ине. Әгәр ҙә республика етәкселеге ошо тәҡдимдәрҙе ҡабул итһә, төҙөләсәк музей­ға табан туристар ағыла башлаясағына иманым камил.
ҡыҫҡаһы, бөйөк шәхесебеҙҙе хөрмәтләп, уның исемен-шәрифен мәңгеләштереү маҡсатында эште тағы ла әүҙемләштерергә ваҡыт.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә