02.07.2011 Башҡортостанға килгән һайын үҙем өсөн ҡәҙерле асыштарға, табыштарға юлығам
Ошо көндәрҙә бөйөк Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған атаһы эҙҙәре буйлап, Учалыға килеп ҡайтты. Әхмәтзәки Вәлиди тураһында әллә күпме уҡыһам да, бөйөклөгөн аҡылым менән таныһам да, ул алыҫтағы ят бер йондоҙ кеүек ҡала бирҙе, исеме бер ҡасан йөрәкте елкендермәне. Ә шулай ҙа уның ҡыҙы Иҫәнбикә Туған Учалыға килә тигән хәбәрҙе ишеткәс, оло тулҡынланыу хисен кисерҙем: танылған ғалим, сәйәсмән, башҡортом тип йән атҡан Вәлидиҙең балаһы ниндәйерәк холоҡло кеше икән? Фән өлкәһендә үрҙәр яулаған профессормын, тип ханым танауын күккә сөйөп йөрөмәҫме? ҡунаҡ ҡаршылағанда берәй әтнәкә килеп сыҡҡан хәлдә ризаһыҙлыҡ күрһәтмәҫме? Башымда ҡайнаған ошо һәм башҡа һорауҙар Иҫәнбикә апайҙы күреү менән юҡҡа сыҡты − Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы иҫ киткес мөләйем, илтифатлы, аралашыуҙа ябай ине. Ике көн уның менән аралашҡандан һуң халҡыбыҙҙың данлы улы Әхмәтзәки Вәлиди миңә үҙ туғанымдай яҡынға әйләнде, яҙмышы яңынан күҙ алдымдан үтеп, күңелемдең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Һәр кемде иғтибар менән тыңлаған, һорауҙарға мөмкин тиклем тулыраҡ яуапларға тырышҡан, ирендәренән йылмайыу өҙөлмәгән Иҫәнбикә апай күптәнге таныш кеүек күренде. Беҙҙең районға килеүенең маҡсатын, атайым йөрөгән юлдарҙан үткем килә, тип аңлатты: «Әүәл атайым яҙған китаптарҙы баҫыуға әҙерләгәндә, ауыл, кеше исемдәренә тап булдым, ә хәҙер шул ауылдарҙы, атайым белгән кешеләрҙең нәҫелдәрен күрергә насип итте. Китаптан уҡып белгән Ирәмәл, Ирәндекте күреп хайран ҡалдым, ошоғаса ишетеп кенә белгән «ҡуңыр буға» ҡобайырындағы ерҙәрҙе күрҙем».
ҡалабыҙҙың, комбинаттың тормошо менән танышҡандан һуң, Иҫәнбикә ханым Туңғатар ауылына юлланды. Сәфәрендә элекке мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитов, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әҙһәм Махийәнов, тарихсы-крайҙы өйрәнеүсе Спартак Ильясов, указлы мулла Сәғитйән Ибраһимов оҙатып йөрөнө.
«Һинең өлөш»
Иҫәнбикә апай иң тәүҙә Туңғатарҙағы бер иҫке өйгә инде. Туҡһан биш йыл элек төҙөлгән йорт һаман да ныҡ күренә, биҙәктәре ла һаҡланған. 1918 йылдың майында Зәки Вәлиди Хәким мулланың ошо өйөндә туҡтап, ҡунып сыға. Йорттоң хәҙерге хужалары Мәрйәм Мөҙәрис ҡыҙы менән Владимир Николаевич Колодий ҡунаҡсыллыҡ өлгөһөн күрһәтеп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы.
− Беҙ бында элек контора урынлашҡанын ишеткәйнек, әммә Әхмәтзәки Вәлиди кеүек билдәле кешенең йортобоҙҙа булғанын тәүгә ишеттек, − тине Мәрйәм Мөҙәрис ҡыҙы, ҡунаҡтарҙы аш-һыуҙан ауыҙ итергә ҡыҫтай-ҡыҫтай. – Беҙҙең өсөн Иҫәнбикә ханымдың килеүе оло мәртәбә.
− Сәй сынаяҡ аҫтына түгелгәйне, атайымдың сынаяҡ аҫтына ҡойоп сәй эсеүе иҫкә төштө, − тине Иҫәнбикә Туған. − Төркиәлә бит улай эсмәйҙәр, ә атайымда башҡорттарға хас ошо ғәҙәт ҡалғайны… Ғөмүмән, Башҡортостанға килгән һайын үҙем өсөн бик тә ҡәҙерле булған асыштарға, табыштарға юлығам. Мәҫәлән, бер табында миңә тауыҡ ботон тотторҙолар: «Һинең өлөш». Был турала китаптан уҡығайным һәм миңә рәхәт булып китте.
Спартак Ильясовтың һөйләүе буйынса, Зәки Вәлиди Туңғатарға 1918 йылдың 8 − 10 майында килә. Ул килгәс, Хәким мулла табын ойоштора. ҡаршылағы мәсеттә ғибәҙәт ҡылалар. Талха Рәсүлев, буласаҡ ҡайнағаһы, уның менән бергә йөрөй. Әүешкүлгә барғанда ахун Ғайса Рәсүлевтың ҡәбере янында туҡтайҙар.
Динислам Хәҙисов менән осрашҡас, Шәрипкә китәләр. Әүлиә шишмәһенең һыуын эсеп, Әүешкүлдә һыу инәләр.
Иҫәнбикә ханым да Ғайса Рәсүлев ҡәберенә баш эйҙе, Әүлиә шишмәһенә күтәрелде. Атаһы йоҡлап сыҡҡан йортта ултырғанда, ул йөрөгән юлдарҙан атлағанда күңелендә ниндәй тойғолар ҡайнағанын бер үҙе генә белә. Атайым беҙҙең өсөн атай булып ҡалды, уның бөйөклөгөн һуңынан ғына аңланым, ти ул. Иҫәнбикә һәм Сүбидәй өсөн Зәки Вәлиди балаларын яратҡан, хәстәрлекле, яғымлы атай булған: «Беҙ тыуғанда ул илле йәште уҙғайны, әммә һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә уйнарға, аралашырға ваҡыт тапты», − тип бала сағын иҫләп, ҡунағыбыҙ йылмайҙы.
«Күңелебеҙ ҡайғынан һыҙыла…»
Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары – икенсе никахтан, Нәзмиә ханымдан. Тәүге ҡатыны Нәфисә Әбйәлил районынан була. Төркиә профессорын тәбрикләп:
− «Сәғит» − «бәхет» тигәнде аңлата, һәм мин, ысынлап та, бәхетле кешемен − бала саҡтан һөйгән Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы менән осрашырға яҙҙы, − тине Сәғитйән Ибраһимов мулла. – Зәйнулла ишандың шәкерте булған ҡартатайым заманында Зәки Вәлидиҙең ғәскәрендә йөрөгән. Ошо ике бөйөк шәхестең туғанлашыуы үҙе бер хикмәт! Әхмәтзәкиҙең тәүге ҡатыны Нәфисә Яҡшымбәтова Зәйнулла ишандың ейәнсәре бит.
Нәфисә Хажмөхәмәт хажи ҡыҙы ире менән бөтә ауырлыҡтарҙы тиң күтәреп, Урта Азияға бара. Шунда тыуған улдарына Күсем ырыуы ханы Ырыҫмөхәмәттең исемен ҡушалар. Тик баланың ғүмере ҡыҫҡа үлсәнә − йәш ярымлыҡ Ырыҫ тапма ауырыуынан вафат була. Баланың ҡәбер ташына «Ырыҫ улым иҫтәлегенә» тигән яҙыу аҫтына атаһының теләге буйынса шағир Мушфиктың һүҙҙәре яҙыла: «Күңелебеҙ ҡайғынан һыҙыла, һин юғалғанһың да, бына-бына табылырһың кеүек... Түҙә алмаҫлыҡ ҡайғынан йөҙҙәребеҙҙе ҡанлы күҙ йәштәре менән йыуабыҙ».
Нәфисә икенсегә ауырлы булыу сәбәпле, ире менән сит илгә сыға алмай, Урта Азияла тороп ҡала. Уларҙың юлдары ғүмерлеккә айырыла. Вәлиди ҡатыны өсөн өҙгөләнә, уны сит илгә сығарыуҙарын һорап, Ленинға, Сталинға, башҡаларға хат яҙа, илселектәр аша мөрәжәғәт итә. Ләкин барыһы ла бушҡа... Нәфисә Советтар Союзында тороп ҡала, михнәттәр сигеп ғүмер итә, «халыҡ дошманы ҡатыны», хажи ҡыҙы мөһөрө яҙмышын ҡараға буяй.
Илсе Ғайса
Иҫәнбикә ханым бала саҡтан атаһының Ватанын һағынып, ҡурайҙа уйнап моңланғанын, «Илсе Ғайса» йырын йырлағанын ишетеп үҫә.
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшә тыуған илгенәм…
− Иң ауыр, һағышлы ваҡыттарында атайым, улар миңә Урал тауҙарын хәтерләтә, тип Болу тауҙарына барыр, беҙҙе лә үҙе менән алыр ине, − тип хәтирәһе менән бүлеште Учалы ҡунағы. − Бер аҙ ситтәрәк ултырып, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнар ҙа, башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, һағышын баҫыр ине. Әсәйем һөйләүенсә, ата-әсәһенең, туғандарының үҙе арҡаһында язаланыуы, һөргөнгә һөрөлөүе тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс, ул түгелеп илаған...
Әхмәтзәки Вәлиди 1940 йылда, Нәфисәһен сит илгә сығарырҙарына өмөтө бөтөнләй өҙөлгәс, үҙенең аспиранткаһы Нәзмиәгә өйләнә. Донъяға килгән ҡыҙҙарына Иҫәнбикә тип исем ҡушалар. Улдарын күренекле монгол полководецы иҫтәлегенә Сүбидәй тип атайҙар. Вәлидиҙең балалары фән юлынан китә: Иҫәнбикә Туған – билдәле тарихсы, профессор, Төркиәнең Фәндәр академияһы ағзаһы, Сүбидәй – иҡтисад фәндәре докторы. Атаһы кеүек, Иҫәнбикә ханым күп телдәрҙе белә: төрөк теленән тыш, немец, инглиз телдәрен һыуҙай эсә, ҡытай, фарсы, монгол телдәрендә лекциялар уҡый, һәм әлбиттә, башҡорт телендә һөйләшә. Уның ҡыҙы Сара Арыджанлы ла ғалим. Сара Америкала йәшәй, медицина тарихын өйрәнә, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. Был турала Иҫәнбикә Туған эске тыйнаҡ ғорурлыҡ менән Туңғатар мәктәбендәге осрашыуҙа һөйләне. Ауыл китапханаһы мөдире Зөһрә Рустанованың, Зәки Вәлидиҙең беҙгә килеп етмәгән китаптары, бәлки, барҙыр, тигән һорауына, атайымдың төрөк, француз һәм башҡа телдәрҙә яҙылған китаптары күп, айырыуса ғалимдар өсөн яҙылған хеҙмәттәре байтаҡ, уларҙы яйлап төҙөйөм, тәржемә итәм, был күп ваҡытты ала, шулай ҙа уларҙы сығарырға тырышырмын, тип яуапланы: «Иншалла, улар һеҙгә лә килеп етер».
Бай тарихлы белем усағындағы осрашыуҙан һуң Хәмзә Ғиззәтуллин ҡунаҡ өсөн «Һандуғас» йырын башҡарҙы, әммә күңелдә ниңәлер «Илсе Ғайса» йыры сыңланы, әйтерһең дә, Иҫәнбикә Туған менән бергә атаһының рухы беҙҙең яҡтарға ҡайтып әйләнде:
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә…
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.