02.07.2011 Сусҡа аҫрарғамы, юҡмы?
Рәсәйҙе быға тиклем булмаған-ишетмәгән эпидемия баҫып алды. Сусҡаларыбыҙға Африка тағуны (чума) йоғоуға ҡаршы көрәшәбеҙ, йәмәғәт. Был сир шундай киң йәйелде, хатта ки, хөкүмәт кимәлендә шәхси һәм ҙур булмаған фермер хужалыҡтарында «ҡатыморон»дарҙы аҫрауҙы тыйыу тураһында һүҙ йөрөтәләр. Бер көндө виртуаль донъя шундай хәбәрҙәр менән тулы ине.
2008 йылда Рәсәйҙең көньяғында чума тоҡанып киткән. Шунан бирле әллә нисәмә баш сусҡа ҡорбан булған. Сир асыҡланыу менән был малҡайҙар 520 саҡрым радиуста юҡ ителә. Шулай тейеш. Юҡ ителә, тип, эшкәртеүгә оҙатыла инде, колбаса эшләргә (халыҡ шуны тәмләп-тәмләп ашай).
Әйткәндәй, илдә эпидемия таралып китеүенә Оборона, Эске эштәр министрлыҡтары, Федераль именлек, федераль һаҡ хеҙмәттәре кеүек ведомстволарҙың хәрби частары ғәйепле һанала. Тағун инфекцияһын йөрөткән продукция нәҡ уларҙың келәттәренән шәхси составтың өҫтәленә эләгә, артабан аҙыҡ ҡалдыҡтары аша – йәнә сусҡаларға.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бер ниндәй ҙә тыйыу тураһында һүҙ бармай. Бары тик тағунға ҡаршы саралар рәтендә хәүефле төбәктәргә (көньяҡ һәм Кавказ) хужалыҡтарға малсылыҡтың башҡа тармағына «йөҙ бороуҙо» тәҡдим итеү бар.
Ни эшләргә һуң: аҫрарғамы ул мырҡылдаҡтарҙы, әллә бәләһенән баш аяҡ тип, хөкүмәт рәсми тыйырҙан алда уҡ иткә оҙатырғамы?
Михаил ГРИГОРЬЕВ, Мәскәү аграр баҙары конъюнктураһы институты (ИКАР) аналитигы:
– Беҙҙең институт мәғлүмәттәре буйынса, илдәге барлыҡ сусҡа малының 35 – 40 проценты шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарында аҫрала. Был мал үрсетеүгә иң уңайлыларҙан һанала. Сусҡаны тыуғандан һуң яҡынса 20 – 21 аҙнала һимертеп һуйырға мөмкин. Шуға ла эксперттар әлегә ит малсылығында уға алмаш күрмәй. Шәхси хужалыҡтар ҙа ошо фекерҙә. Финанс, етештереү күрһәткестәре йәһәтенән сусҡасылыҡҡа яҡын булған ҡошсолоҡ та крәҫтиәнде ҡыҙыҡһындырмаясаҡ. Сөнки ҡош ите сығарған эре фабрикалар күп, ауыл кешеһе конкуренциянан өркәсәк.
Ғилман НАСИРОВ, диндар, Шишмә ҡасабаһынан:
– Сусҡа аҫрауҙы тыйыу – тағундан ҡотолоуҙың иң шәп сараһы. Ул юҡ икән, проблемаң да юҡ. Ғөмүмән, мосолман дине был хайуандың итен ашауҙы тыя. Башҡа тәмле иттәр ҙә бар ҙа инде. Күпләп ҡаҙ, өйрәк аҫраһындар әйҙә, һарыҡ та улай уҡ талымлы түгел. Әле ҡасан ғына «сусҡа киҙеүе», тип аптырайҙар ине. Әллә күпме танышым хәүефләнеп, сусҡаһын һуйып иткә оҙатты, хәҙер ана, һарайы ла таҙа, насар еҫе лә, ҡомаҡтары ла юҡ тигәндәй. Бер ҙә фәҡирләнеп китмәнеләр.
Ф. НАУМКИН, Өфө районында ярҙамсы хужалыҡ тота:
– Кеше ғүмер буйы сусҡа аҫраһын да, бер көн килеп, был эшмәкәрлегенән яҙһа, ни була? Бәлки, тап ошо мал уның икмәге лә, ите лә, майы лалыр? Крәҫтиәнде нисек башҡа мал йә ҡош-ҡорт аҫрарға күнектерәһең? Минең ата-әсәм сусҡа үрсетте, олатайҙарым да. Инде генә хөкүмәт күпләп мал аҫраған шәхси хужалыҡтарға бер ни тиклем булышлыҡ итә башлағайны, бына һиңә мә! Тағун беҙҙең төбәккә янамай, тинеләр ҙә инде. Хәҙер миңә тағы бер проблема өҫтәлерме икән?
Сәриә ШАҺИМОРАТОВА, «Пятерочка» магазин селтәрҙәре һатыусыһы:
– Сусҡа аҫрауҙы тыйырҙармы, юҡмы, уныһы ҡараңғы, бәлки ысын хәбәр ҙә түгелдер әле. Әммә, чума, тип бер ҙә колбаса ашауҙан туҡтаманылар. Беҙҙең магазиндарҙа бройлер колбаса-сосискалары ла тулып ята тиерлек. Барыбер сусҡа ите ҡушылғанына өҫтөнлөк бирәләр.
Бер яҡтан, был хайуанды тик эре комплекстарҙа аҫрау ышаныслыраҡтыр ҙа. Даими тикшереүҙәр булып торасаҡ, тиеүем. Шәхсән туғандарым ғүмерҙә лә сусҡасылыҡ менән шөғөлләнмәне, «беҙҙең» мал түгел бит...