RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ айыҡ тормош яҡлы

02.07.2011 Халыҡ айыҡ тормош яҡлы

Үткән аҙнала Ағиҙел яры буйында, Бөрйән районының Байназар ауылы эргәһендә «Айыҡ ауыл − 2011» конкурсында ҡатнашыусылар йыйылды. «Олоғужан» тип аталған туристик туҡтал­ҡала ойошторолған сараға Башҡортостандың төрлө ауылдарынан вәкилдәр килде. Дуҫлыҡ, айыҡлыҡ шарттарында үткән был матур слет ысын байрамға әүерелде.

Халыҡ айыҡ  тормош яҡлы«Айыҡ ауыл − 2011» республика конкурсының тәүге слетында Башҡортостан­дан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыу­сылар күп булды. Унда бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше йыйылды. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәкселәре, ауыл ултырағы башлыҡтары, әүҙем йәштәр, урындағы ҡоролтайҙар вәкилдәре һәм башҡалар бө­тәһе бергә тупланып, айыҡ йәшәү образын пропагандалаған сарала фекер алышты. Айыҡ тормош алып барған ауылдар Башҡортостандан ситтә лә бар. «Олоғужан»ға Мәскәү, Төмән, Ижевск, Силәбе, Магнитогорск, Новосибирск һәм Ырымбур ҡалаһынан да килделәр.
Мәктәп-семи­нар­ҙың эше төрлө семинарҙар, мастер-кластар, «түңәрәк өҫтәл»­дәр ойоштороуҙан ғибәрәт. Әлеге сарала ҡаралған бөтә мәсьәләләр ҙә сәләмәт, айыҡ тормош алып ба­рыуҙы пропагандалауға ҡайтып ҡал­ды. Төрлө ер­ҙәр­ҙән килгән белгестәр Рәсәйҙәге айыҡ тормош хәрәкәтенең үткәне, киләсәге, йәштәр араһында эскелек таралыуын туҡтатыу, тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан үҫмерҙәрҙе «йәшел йылан»дан аралау кеүек көнүҙәк проблемаларға туҡталып, лекциялар уҡыны, семинарҙар үткәр­ҙе.
Халыҡ айыҡ  тормош яҡлыӘлбиттә, айыҡ тормош алып барыуҙың мөһимлеген мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа еткереү өсөн йәмәғәтселек ойошмаларының урындағы власть структуралары, етәкселәр менән бергә эшләүе талап ителә. Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланмай ғына тулы ҡанлы тормош алып барыуҙы халыҡҡа еткереү бөгөн бер ҙә еңелдән түгел. Шуға ла бөтә ойошмаларҙың да берләшеп эшләүе бик кәрәк. Шуныһы ла бар − берләшкән ойошмаларҙың һәр береһе алкоголгә ҡаршы сәйәсәт алып барыуҙы үҙенән, үҙенең хеҙмәткәрҙәренән башлаған хәлдә эштәр тағы ла һәйбәтерәк барасаҡ.
Бөрйән районының туристик кемпингындағы слетта лекциялар һәм семинарҙарҙан тыш, төрлө мәҙәни саралар, уйындар ҙа булды. Иртәнге зарядканан башланған слет усаҡ янында күмәкләшеп йырҙар йырлау менән тамамланды.

Л. СОЛТАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә