RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар беҙҙе юлда сәләмләй

28.06.2011 Улар беҙҙе юлда сәләмләй

Улар беҙҙе юлда сәләмләйКемдеңдер хеҙмәте күпселек халыҡ күҙенән ситтә ҡалһа ла, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр­ҙең бөтә эше беҙҙең күҙ алдында башҡарыла. Шуға ла беребеҙ ҙә ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәтенә битараф түгел. Уларға водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә әйтер һүҙе, ниндәйҙер мөнәсәбәте бар. Эске Эштәр министрлығының башҡа бүлексәләре кеүек, дәүләт автоинспекцияһы ла тәүҙән үк барлыҡҡа килмәгән. 1936 йылдың 3 июлендә СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы Эшсе-крәҫтиән милицияһының дәүләт автоинспекцияһы тураһындағы положениены раҫлай. Шул көндә рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы барлыҡҡа килгән тип һанала.
«Автоинспекция» һүҙе Рәсәйҙә 1920 йылдың 10 июнендә әйтелә башлай. Ул ваҡытта РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы Мәскәү һәм уның тирәһендәге хәрәкәтте күҙәтеү өсөн махсус декрет нәшер итә.
Ә бөгөн Дәүләт автоинспекцияһы − иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юғары квалификациялы кадрҙары менән ғорурлана алған бүлексә. Автоинспекторҙарҙың һәр эше, һәр хәрәкәте тиерлек халыҡтың күҙе алдында. Йәмәғәтселек уларға ҡарап, тотош полицияның эшен, кимәлен баһалай. Шуға ла бөгөн һәр кем кешеләргә ҡарата юғары мәҙәниәтле мөнәсәбәттең, компетентлыҡтың эске эштәр органдарының авторитетын нығытыуын яҡшы аңлай. Әле 75 йыллыҡ юбилейын билдәгән ойошмала эшләүселәр юл хәрәкәтенең хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү өсөн ауыр, мәшәҡәтле һөнәри бурыстарын еренә еткереп башҡара.
Республиканың һәр гражданы бөгөн беҙҙә автотранспорт сараларының артыуы менән бер рәттән, юл-транспорт комплексы инфраструктураһының үҫешен күрмәй ҡалмайҙыр. Был факт ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ҙур яуап­лылыҡ һала. Тик бөтә нәмә лә ниндәйҙер матди сығымдар менән генә хәл ителә алмай. Дөйөм күрһәткес руль артында ултырған һәр кемдең, һәр автоинспекторҙың үҙ-үҙен тотошона, мәҙәнилеге кимәленә, оҫталығына бәйле.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иң тәү сиратта юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлмәһен өсөн көс түгә. Уларҙың эше автотранспорт ҡатнашлығында булған үлем осраҡтарының байтаҡҡа кәмеүе менән дә баһалана. Шөкөр, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа был күрһәткес кәмеүгә табан бара. Мәҫәлән, 2006 йылда юл-транспорт фажиғәһендә 5644 кеше һәләк булһа, 2010 йылда был һан 500-гә кәмегән. Был 500 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынды, меңләгән кеше һаулығын юғалтманы, тигән һүҙ.
Ҙур ҡалаларҙа пассажирҙарҙы ташыусы транспорт менән проблемалар йыш килеп сыға. Автобус водителдәренең насар эше, транспорт сараларының төҙөк булмауы арҡаһында әллә күпме фажиғә теркәлә. Ә бит аҡса түләп, автобус хеҙмәте менән файҙаланған кешеләрҙең береһе лә хәүеф аҫтына ҡуйылырға тейеш түгел. Шуға ла республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо юҫыҡта күп көс һалды һәм килеп тыуған хәлде көйләүгә өлгәште.
75 йыллыҡ юбилейҙы билдәләү ваҡытында башҡарған эштәргә һығымталар яһарға мотлаҡ кәрәк. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы үҙенең эшен лайыҡлы рәүештә юғары баһалай. Әлбиттә, уларҙың эшендә лә проблемалар юҡ түгел, ләкин бөгөнгө ҡаҙаныштарға ла иғтибар итергә кәрәк. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең һәр эш көнө көрәш кеүек үтә. Уларға йыш ҡына, төп эштәренән тыш, төрлө енәйәттәргә ҡаршы торорға ла тура килә. Шуға ла ябай автоинспекторҙарҙың эшен лайыҡлы баһаларға, ә инде юлдарҙа тәртип булһын өсөн бергәләп тырышырға тейешбеҙ. Сөнки был беҙҙең һәр беребеҙгә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәрен юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме, еңел булмаған эшегеҙ лайыҡлы баһаһын алһын. Юлдарыбыҙҙың хәйерле һәм хәүефһеҙ булыуының бик ҙур өлөшө һеҙҙең иңгә ятҡан, ошо йөктө күтәреп барғанығыҙ өсөн бөгөн һеҙгә рәхмәт әйтке килә!

Белегеҙ!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһын милиция полковнигы Динар Ғилметдинов етәкләй. Ул юл-транспорт хеҙмәтендә ябай инспектор булып эш башлап, бөгөн ошо ойошманы етәкләүҙе үҙ өҫтөнә алған шәхес. Динар Ғилметдинов етәкселек иткән осорҙа республиканың Дәүләт автоинспекцияһы патруль автомобилдәр паркын яңыртҡан, юлдар, машиналар заманса видео, фото ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бөтә ошо заманса техника юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә нигеҙ бирә.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы территорияһында видеотеркәү камералары эшләй. Улар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығынан тыш та юл-транспорт ваҡиғаларын теркәй ала. Федераль һәм республика юлдарында күсеп йөрөүсе махсус видеокомплекстар бар.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте идаралығының эше менән яҡындан танышып барыу өсөн махсус сайт булдырылған. 02.gibdd.ru сайтына инеп, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар таба алаһығыҙ. Унда авариялар, яңылыҡтар, үҙгәрештәр хаҡында мәғлүмәттәр ҙә тупланған. Сайтҡа инеп, Дәүләт автоинспекцияһы етәкселәренә һорауҙар ҙа бирергә мөмкин. Һәр көн сайтты 5000-дән ашыу кеше ҡарай.
Махсус сайтта Динар Ғилметдиновтың шәхси блогы бар (тик ул ҡулланыусыларҙы блогҡа яҙған ваҡытта норматив лексиканы боҙмаҫҡа саҡыра. Юҡһа, яҙғандарығыҙ автоматик рәүештә юҡҡа сығарыласаҡ).
Тиҙҙән юлда эшләүсе һәр автоинспектор түш кеҫәһе янында махсус ҡулланма йөрөтә башлай. Был ҡулланма инспекторҙың эшен, водитель менән һөйләшеүен, нимә эшләүен тулыһынса теркәп барасаҡ. Ул жетон тирәһендәрәк урынлаштырылып, һәр ваҡыт эшләп торасаҡ. Әлегә республикаға ошондай 600 аппарат алынған да инде.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә