RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәзиз ерем – тыуған тупрағым

28.06.2011 Ғәзиз ерем – тыуған тупрағым

(”Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…”, “Йәшлек”, № 38, 17 май, 2011 йыл)

ʺЙәшлекʺтә донъя күргән мәҡәләне уҡып, йөрәгем һыҙлап ҡуйҙы. Сөнки шундай уҡ мәсьәлә беҙҙең дә күңелебеҙҙе бик ныҡ борсой, ғәжәпләндерә…
Мин, Алсынбаева Флүрә Мәүлит ҡыҙы, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәйем. Беҙҙә 2006 йылдың башынан алып һөрөнтө ерҙәрҙе, Федераль законға таянып, алырға, үҙебеҙҙеке итергә уйланыҡ. Артынан бик оҙаҡ ваҡыт йөрөп, тик 2008 йылда ғына ҡулыбыҙға ер пайы хужаһы булараҡ сертификат (танытма) алдыҡ. Алдыҡ, шатландыҡ. ҡулыбыҙҙа ҡағыҙ бар, ләкин... ер юҡ. Беҙгә тейеш булған сәсеүлек ерҙәрен ыҙанлауға район хужалары ҡырҡа ҡаршы төштө. Пай ерҙәре менән хужалар бик иркен файҙаланды һәм файҙалана. Элекке ʺСибайʺ совхозы, ә хәҙер инде исеме әллә нисәмә тапҡыр үҙгәртелеп, шул ыңғайҙа кредиттар алып, бөгөн ʺУңышʺ исеме аҫтында эшләп килә. 2011 йылдың 18 мартында Иҫке Сибай, Татлыбай ауыл советтары пайсылары йыйылып, тағы ла еребеҙҙе ошо хужалыҡҡа бирҙек. Хужалыҡ етәксеһе быйыл 500 кг иген бирергә тип вәғәҙә бирҙе. Ярай, уныһына ла ризабыҙ. Ләкин иң төп мәсьәлә ул түгел, ә ерҙе ыҙанлау, йәғни һәр кешегә тейеш булған һөрөнтө (сәсеүлек) еренең сиген билдәләү. Ыҙанлау ул ергә хужа булыуҙы аңлата. Ул ваҡытта етәкселәр пай хужаһы менән һөйләшеп, һәр береһе менән килешеү төҙөгәндән һуң ғына ерҙе эшкәртә ала. Уны үҙ теләге менән һата ла, закладҡа биреп тә, икенсе кешегә йәки предприятие субарендаға ла биреп тора алмай. Сөнки ергә ошо ерҙә тир түккән, быуаттар буйына бил бөккән кеше хужа. Хужа, тимәк, уның менән килешергә кәрәк, ә, түрә хәҙерге кеүек екереп ултыра алмай. Бына ошо уларға оҡшамай.
Ер ыҙанланмаһа, хужаһы юҡ. Тимәк, ул ерҙе үҙҙәре теләгәнсә былай ҙа, тегеләй ҙә итәләр. Мәҫәлән, ʺУңышʺ хужалығында ерҙең күпмелер өлөшө икенсе кешегә ҡуртымға бирелгән. ʺФермерʺ барлыҡҡа килде, ләкин ул кеше ошо уҡ хужалыҡта управляющий булып эшләй. Ул ниндәй фермер? Ул хужалыҡтың техникаһын файҙалана, иген үҫтерә лә ʺүҙенекеʺ тип эш итә.
Беҙҙең бай, ер өҫтө генә түгел, ер аҫты байлығы ла киң булған еребеҙгә яттар ҡул һуҙа. Магнитогорск ҡалаһынан ʺСитноʺ тигән ойошма (етәксеһе Журавский) ʺСибайʺ, ʺЙылайырʺ, ʺИрәндекʺ совхозы ерҙәрен ҡырҡ туғыҙ йылға арендаға биреүҙе һорай. Уйлайыҡ әле: ҡырҡ туғыҙ йыл эсендә кем бар ҙа, кем юҡ? Ер менән ни буласағы көн кеүек асыҡ: әлбиттә, ер уларҙың ҡарамағында ҡаласаҡ. Шулай итеп, ғүмер буйы ҡара тиребеҙҙе түгеп, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәтебеҙҙе сарыф итеп эшкәрткән ҡәҙерле ерҙәребеҙ ситтәр ҡулына күсеп бөтәсәк.
Үҙ еребеҙгә хужа булайыҡ. Уның өсөн, ҡабатлайым, ерҙәрҙе ыҙанлау кәрәк. Етәкселәр: ʺЕрҙе ыҙанлауҙы коммерция ойошмалары башҡара, бер гектар ерҙе ыҙанлау өсөн ике мең һум аҡса кәрәк буласаҡʺ, − ти. Беҙҙең, элекке ʺСибайʺ совхозы эшсәндәренең, 8,7 га ергә хужа булыуын раҫлаусы танытмаһы бар. Уның сиктәрен билдәләү өсөн … егерме меңгә яҡын аҡса кәрәк. Йылдар буйы эш хаҡы алмаған, тере аҡса күрмәгән ауыл кешеһе егерме мең аҡсаны ҡайҙан алһын ул? Шуға ер кешеһе ергә ҡул һелтәй. Ошолай ҡул һелтәһен өсөн дә чиновник барыһын да эшләй. Ерҙән баш тарттыра. Күпмелер ваҡыт үткәс, эш башында ултырыусы әйтәсәк: ʺАна, кешегә ер бирҙек, ә ул алырға ла теләмәйʺ. Быларҙың барыһы ла алдаҡ. Кешене алдау ғына. Ер кешеһе бер ваҡытта ла ерҙән баш тартмай, әммә уның шул ерҙе үҙенеке итеү өсөн аҡсаһы етмәй.
Ә нишләп шундай мөһим эште беҙҙең етәкселәр коммерсанттар ҡулына тап­шыр­ҙы һуң әле? Һәр кемгә билдәле, коммерсант бер тин аҡса һалып, миллион һум файҙа алырға тырыша, шуның өсөн дә ошондай төшөмлө, аҡсалы урынды тиҙерәк барлыҡҡа килтереп, биләй һала. Нишләп дәүләт етәкселәре быға бик тыныс ҡарай? Ни өсөн Федераль закон боҙола? Федераль законда: ʺБесплатная приватизация земель сельхозназначе­нияʺ, − тип асыҡ әйтелә.
ҡулыбыҙға ҡағыҙ (сертификат) бирелеү әле ерҙе хосусилаштырыу түгел. Ә бына ерҙе ыҙанлап, сиктәрен күрһәтеп, ҡулыбыҙға документ тапшырһалар, ана шул була хосусилаштырыу. Ыҙанлау бушлай, түләүһеҙ булырға тейеш, дәүләт органдары уны үҙенең контролендә тоторға бурыслы. Егерменсе быуат башында ерҙәр, кешенең ҡан, күҙ йәштәрен түктереп, тартып алынды. Инде ер үҙенең ысын хужаһына − ер кешеһенә бушлай ҡайтарып бирелергә тейеш.
Егерменсе быуаттың туҡһанынсы йылдарында, илдең байлығын хосусилаштырабыҙ тип, ҡулыбыҙға ваучер тоттороп, нисек һемәйттеләр. Хәҙер инде төп байлығыбыҙ − ер ҡалды. Уға ла ниндәйҙер ҡағыҙ тоттороп, тағы ла төп башына ултыртырға йөрөйҙәр. Һаҡ бул, крәҫтиән! Ерең яттар ҡулына күсеүе мөмкин. Бирмә, уны ыҙанлауҙы талап ит!

Флүрә АЛСЫНБАЕВА.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә