03.08.2010 Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып
Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.
С. Кириенконың һүҙҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ. Индустриаль парк ҡала һәм республика өсөн дә файҙалы буласаҡ: бюджет килем менән тулыланасаҡ, ҡалала эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк. Яҡын арала индустриаль паркты төҙөү мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға «Росатом» концерны етәкселегендә белгестәр төркөмө киләсәк.