RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БЫЙЫЛ ҮЛӘН ШӘП!

25.06.2011 БЫЙЫЛ ҮЛӘН ШӘП!

Республикабыҙҙа йыл ярымға етерлек мал аҙығы запасы булдырылырға тейеш . – Бер генә сәғәтте лә юғалтырға ярамай! Бөгөндән мал аҙығын әҙерләй башлағыҙ! – тип талап итте Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһенә арналған видеоселектор кәңәшмәһендә республиканың муниципаль райондары башлыҡтарынан.
Үткән йыл ауыл хужалығы өсөн бик ауыр килде. Шуға ла ҡышты йырып сығыу бик күп хужалыҡтарға ҡыйынға төштө. Әлбиттә, көҙөн мал аҙығын ситтән дә һатып алырға тырышҡайнылар. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында йүнләп кенә бесән дә, сенаж да әҙерләү мөмкинлеге булманы. Шуға ла күп кенә район хужалыҡтары етәкселәре ҡышын мал аҙығы һорап, күрше төбәктәргә йөрөргә мәжбүр булды.
Республиканың ауыл хужалығы министры быйыл мал аҙығын йыл ярымға етерлек итеп әҙерләргә ҡушты. Әлбиттә, был – еңелдән булмаған, әммә мотлаҡ үтәлергә тейешле план. Бесәнде артығыраҡ әҙерләү әлеге лә баяғы алдағы йылдарҙа тәбиғәттән нимә көтөргә кәрәклеген фаразлап булмауға ҡайтып ҡала. Былтыр ҡаты һәм һутлы мал аҙығын әҙерләү, һатып алыу өсөн бюджеттан әллә күпме аҡса бүленде. Бик күп сығым талап ителде. Шуға ла агросәнәғәт хужалыҡтары быйыл тейешле һығымталар яһаһын ине. Бер йыллыҡ ҡына мал аҙығын әҙерләү хужа­лыҡтар­ҙы ауыр хәлгә ҡуйыуы ихтимал. «Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын» тип йәшәү бөгөнгө заманға бөтөнләй тура килмәй. Етмәһә, республикабыҙ халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй һәм уларҙың күпселеге төрлө кимәлдә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Шөкөр, быйыл тәбиғәт беҙгә йөҙө менән боролорға булды – үлән һутлы, ҡуйы булып үҫкән. Шуға ла йыл ярым­ға етерлек мал аҙығын әҙерләү мәсьәләһен хәл итеү өсөн тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Киләһе ҡышҡа Башҡортостан хужалыҡтары 730 мең тонна бесән, 2 миллион 200 мең тонна сенаж, 1 миллион 600 мең тонна силос әҙерләргә бурыслы. Һәр шартлы баш малға 30 – 32 центнер ҡаты һәм һутлы аҙыҡ берәмеге тура килергә тейеш. Ошо аҙыҡ запасы малдарҙы ҡышты туҡ сығарырлыҡ ҡына түгел, киләһе йылға ла артып ҡалырлыҡ буласаҡ.
Видеоселектор кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, бөгөн республиканың дүрт районында ғына мал аҙығын әҙерләү эше аныҡ һәм ваҡытында ойошторолған. Ә ҡалған райондар һаман да бер урында тапана, көн торошона зарлана. Тик мал аҙығын әҙерләүҙе тиҙләтмәү агротехник сроктарҙы үткәреп ебәрә. Һөҙөмтәлә, үләндең, башҡа культураларҙың аҙыҡ ҡиммәте бөтә, һуты аҙая.
Мал аҙығын әҙерләү генә түгел, һәйбәт итеп һаҡлау ҙа мөһим. Бесәнде һаҡлау урындарын, сенаж траншеяларын, һарайҙарҙы тәртипкә килтереү проблемаһы киҫкен тора. Быны ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Ауыл хужалығы предриятиеларындағы мал аҙығын әҙерләүгә махсус­лаш­ҡан техника етерлек. Машина-технология станциялары хужалыҡтар­ға ярҙамға килергә әҙер. Тик нишләп­тер хужалыҡтар уларҙың хеҙмәтенән файҙаланырға ашығып бармай. ҡай­һы бер МТС-тарҙа ошондай янып-бешеп эшләргә тейешле көндәрҙә эшһеҙ торған техника бар. Проблема станцияларҙың хужалыҡтарҙан күп аҡса талап итеүендә лә түгел – быйыл уларҙың хеҙмәте өсөн түләү хаҡтарын республиканың Ауыл хужалығы министрлығы раҫланы. Һөҙөмтәлә, һуңғы дүрт йыл эсендә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү хаҡы иң түбән коэффициент буйынса билдәләнде.
Әлбиттә, урындағы хәлдәрҙе тулыһынса контролдә тотоу бик ауыр­ға төшә. Шулай ҙа райондарҙа мал аҙығын әҙерләүҙең нисек барышын тикшереү өсөн ваҡытты йәлләп тормаясаҡтар. Ниндәйҙер алдашыуҙар, мутлашыуҙарға юл ҡуйылмаҫ, тип ышанғы килә. Фактик рәүештә ни тиклем мал аҙығын әҙерләүҙе барып тикшереүҙәр мотлаҡ ойоштороласаҡ. Йәғни вице-премьер Эрнст Исаевтың ҡушыуы буйынса БР Ауыл министрлығында Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы барышын тикшереү өсөн оператив эш төркөмө булдырыласаҡ.
Республиканың ауыл хужалығына быйыл ныҡлап аяҡҡа баҫып китеү мотлаҡ. Был – төп бурыс. Ә малдарға етерлек аҙыҡ әҙерләмәй тороп, ауыл хужалығы тармағында финанс хәле ҡеүәтле һәм тотороҡло була алмай.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә